Йәнтөйәк
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
10 Июля , 07:40

Әсәйҙәр уҡый торған доға

Балаларыбыҙ ҡайҙа йөрөһә лә, имен-һау, Аллаһ Тәғәләнең яҡлауында, һаҡлауында булһын! Уларға именлек, һаулыҡ, бәрәкәтле, бәхетле ғүмер теләп, ошо доғаларҙы уҡыйыҡ!     

Әсәйҙәр уҡый торған доғаӘсәйҙәр уҡый торған доға
Әсәйҙәр уҡый торған доға

Балаға хәйерле, бәхетле ғүмер теләп уҡылған доға

- Йә, Раббым! Балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә, киләсәк быуындарыбыҙға тәүфиҡ, һиҙиәт бирһәң ине. Ғилем һәм итәғәттә үҫеп, уларға беҙҙән хәйерлерәк быуын булырға яҙһын ине. Ғаилә ҡормағандарға хәйерле хәләл ефеттәр, балаһы булмағандарға изге балалар бирһәң ине.

Ата-әсәнең балаһын ямандан һаҡлау өсөн уҡый торған доғаһы

- Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.

Визукә бикәлимәтилләһи тәмма мин шәрри мә халәк.

Мәғәнәһе:

- Мәрхәмәтле үә рәхимле Аллаһ исеме менән башлайым.

Әй, Раббым, ғәзиз баламды көнө буйына шайтандың барлыҡ яуызлыҡтарынан һаҡлауыңды һорайым. Бәлә-ҡазаларҙан да үҙең һаҡласы.

Фото: "Башньюс" сайтынан (https://bash.news) 

Автор:
Читайте нас