Йәнтөйәк
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
10 Июля , 07:30

Конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителә

Аҡсалата ярҙам күләме  тос.

Конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителәКонкурсҡа ғаризалар ҡабул ителә
Конкурсҡа ғаризалар ҡабул ителә

Быйыл 1 июлдән 30-на тиклем Башҡортостан Башлығы гранттары фонды гражданлыҡ йәмғиәттәре институтын үҫтереүгә һәм социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға гранттарҙың өсөнсө конкурсына ғаризалар ҡабул итә. Проектты тормошҡа ашырыуға 2,5 миллион һумға тиклем финанс ярҙам алырға мөмкин.

Башҡортостан биләмәһендә теркәлгән, эшмәкәрлек алып барған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар конкурста ҡатнаша ала. Юридик теркәлгәндән һуң бер йылдан ашыу ваҡыт үтеүе лә мөһим шарт булып тора. Шулай уҡ коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың учредителдәре араһында дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары йәки асыҡ-хоҡуҡи берекмәләрҙең  булмауы ла мөһим.

Бер коммерцияға ҡарамаған ойошманан конкурста ҡатнашыуға бер ғариза бирергә мөмкин. Проектты тормошҡа ашырыу 2026 йылдың 1 ноябренән  алдараҡ башланырға һәм 2027 йылдың 31 октябренән дә һуңыраҡ тамамланырға тейеш түгел.

- Был конкурс Президент гранттары фондының финанслашыуы менән уҙғарыла. Йәлеп ителгән аҡса күләме буйынса Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан лидерлыҡты биләй. Был иһә беҙҙең коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың юғары әүҙемлеген һәм һөнәри оҫталығын күрһәтә. Йәлеп ителгән аҡсалар ярҙамында улар өсөн йылына ике тапҡыр конкурс үткәрелә. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ ҙә республикабыҙҙа йәшәүселәрҙең проблемаларын хәл итеүгә булышлыҡ иткән көнүҙәк проекттар көтәбеҙ, - тине фондтың генераль директоры Люциә Сәйфуллина.

Конкурста ҡатнашыуға 10 йүнәлеш буйынса проекттар күрһәтелә ала. Ғаризалар ҡабул итеүҙе фонд 2026 йылдың 30 июлендә 17 сәғәттә тамамлай.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 – 2026 йылдарҙа 27 конкурс уҙғарылды, унда 5,5 меңдән ашыу ғаризалар ҡабул ителде. 1050 социаль яҡтан мөҙим проекттар ярҙам алды.

фото: Башҡортостан Башлығы гранттар фонды матбуғат хеҙмәтенән.

https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2026-07-09/konkurs-a-arizalar-abul-itel-4746906


 
Автор:
Читайте нас