

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфө хосписында булды һәм уның коллективын учреждениены асыуға өс йыл тулыу менән ҡотланы. Төбәк етәксеһе хеҙмәткәрҙәргә, ирекмәндәргә һәм ойошмаға ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.
– Өс йыл элек беҙ бик яҡшы учреждение булдырҙыҡ. Ошо ваҡыт эсендә ике меңдән ашыу өлкәндәр һәм 500-ҙән ашыу бала бында ярҙам алды, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Хоспис коллективы ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырлыҡ һәм сағыу кешеләрҙән тора. Ә иң мөһиме – һеҙ оло изге йөрәкле. Етәкселеккә, учреждение ирекмәндәренә рәхмәт. Был эштең күп ваҡытты һәм көстө алыуын беләм, әммә беҙ бергәләп бик яҡшы эш башҡарабыҙ һәм үҙебеҙ ҙә яҡшыраҡ, таҙараҡ, изгерәк була барабыҙ. Тыуған көнөң менән, хоспис!
Башҡортостан Башлығы хоспис төҙөлөшөнә һәм уның үҫешенә ярҙам иткән хәйриәселәргә рәхмәтен белдерҙе. Уларҙың эшкә индергән өлөшө учреждениеға илдә алдынғылыҡты тоторға ярҙам итә.
– Өфө хосписы проекты Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Хәҙер тәжрибәне башҡа төбәктәргә таратыуға әҙерләйҙәр, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
“Өфө хосписы” хәйриә фонды попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбирова коллективҡа фиҙакәрлеге һәм оҫталығы, тәрбиәләнеүселәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырғаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
Учреждение коллективында – 123 белгес, ирекмәндәр штабында – 150-нән ашыу кеше. Хәйриә фонды бөтә республика буйынса 500-ҙән ашыу ғаиләгә ярҙам күрһәтә. 2025 йылда хеҙмәткәрҙәр бригадалары 3700 тапҡыр өйҙәргә барып ярҙам итте. Өфө хосписының баш табибы Оксана Кузовкина учреждение базаһында Башҡортостан медицина университеты кафедралары, Өфө медицина колледжы һәм һаулыҡ һаҡлау министрлығының квалификация күтәреү үҙәге өсөн клиник базалар эшләүен билдәләне.
– Беҙҙең өсөн белемебеҙҙе һәм тәжрибәбеҙҙе хеҙмәттәштәребеҙгә тапшырыу мөһим, – тип билдәләне Оксана Кузовкина. – Беҙ ауыр, ҡайһы саҡта һауыҡтырып булмай торған сирҙәргә дусар кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу өсөн эшләйбеҙ. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәребеҙҙең төп таланты – донъяға тәрбиәләнеүселәр күҙҙәре менән баға белеү.
“Өфө хосписы”ның хәйриә фонды фандрайзеры Руфина Бискунова әйтеүенсә, учреждение партнерлыҡ потенциалы буйынса Рәсәйҙең баш ҡалаға ҡарамаған 20 фонды иҫәбенә инә.
– Был беҙҙең федераль кимәлдә юғары профессионаллеккә эйә булыуыбыҙ тураһында һөйләй, – тине ул. – Бер йылда фонд стационарға һәм өйҙәге тәрбиәләнеүселәргә, шулай уҡ медицина һәм социаль учреждениеларға ярҙам итеү өсөн 59 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп итте. Өс йылда стационар пациенттары өсөн 169 концерт, 38 байрам һәм 174 ирекмәнлек саралары ойошторҙоҡ.
Тантана аҙағында Каринэ һәм Радий Хәбировтар Өфө хосписы хеҙмәткәрҙәренә һәм ирекмәндәргә Башҡортостандың дәүләт наградаларын һәм почетлы “Доброволец” билдәләрен тапшырҙы.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.
https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2026-07-09/hospis-tyu-an-k-n-n-bild-l-ne-4746981