Йәнтөйәк
+22 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
10 Июля , 07:25

Башҡортостан шифаханаларында 10 мең яугир, уларҙың яҡындары реабилитация үткән

Ярҙам программаһы эшләй башлағандан алып Башҡортостан шифаханаларында 9,8 меңдән ашыу махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм уларҙың ғаилә ағзалары реабилитация үткән.

Башҡортостан шифаханаларында 10 мең яугир, уларҙың яҡындары реабилитация үткәнБашҡортостан шифаханаларында 10 мең яугир, уларҙың яҡындары реабилитация үткән
Башҡортостан шифаханаларында 10 мең яугир, уларҙың яҡындары реабилитация үткән
Гөлфиә Акулова
 

 

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская хәбәр итеүенсә, яугирҙәргә ярҙам күрһәтеү республикабыҙ өсөн өҫтөнлөклө булып ҡала.

2023 йылдан башлап мөрәжәғәттәрҙең артыуы күҙәтелә. 2023 йылда 1787 кеше дауаланһа, 2025 йылда уларҙың һаны һаны 3825-кә еткән. Ошо ваҡыт эсендә 10 меңгә яҡын кешегә ярҙам күрһәтелгән, шуларҙың 1925 – МХО яугирҙәре, ә 7875-е – уларҙың ғаилә ағзалары.

Реабилитациялау программаһындап республиканың «Янғантау», «Красноусол», «Асы», «Танып», «Яҡтыкүл» һәм башҡа иң яҡшы шифаханалары ҡатнаша.

МХО яугире йәки уның туғаны юлламаны Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы сайтындағы исемлектән үҙе һайлай ала.

https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-07-09/bash-ortostan-shifahanalarynda-10-me-yaugr-m-ular-y-ya-yndary-reabilitatsiya-tk-n-4658763

Автор:
Читайте нас