Йәнтөйәк
+19 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
10 Июля , 09:40

Ҡариҙел районында "Беҙҙең ауыл-2026" конкурсы еңеүселәре һайланды

Ауыл биләмәләренең көнүҙәк проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән 10 проект хуплау ала һәм яҡын арала тормошҡа ашырыласаҡ.

Ҡариҙел районында "Беҙҙең ауыл-2026" конкурсы еңеүселәре һайландыҠариҙел районында "Беҙҙең ауыл-2026" конкурсы еңеүселәре һайланды
Ҡариҙел районында "Беҙҙең ауыл-2026" конкурсы еңеүселәре һайланды

«Беҙҙең ауыл» программаһы муниципалитет биләмәһендә 2020 йылдан эшләй. Уның асылы шунда: граждандар йыйылыштарында халыҡ үҙҙәре үҙ тораҡ пункттарында тормошто яҡшыртыу буйынса аныҡ идеялар тәҡдим итә.

Ошо көндәрҙә конкурс комиссияһы муниципаль инициативалы бюджетлау программаһына йомғаҡ яһаны. Ауыл биләмәләренең көнүҙәк проблемаларын хәл итеүгә йүнәлтелгән 10 проект хуплау алды һәм яҡын арала тормошҡа ашырыласаҡ.

Атап әйткәндә, Иҫке Итҡусты, Сыбыҡ, Яугилде һәм Бәрҙәш ауылдарында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға обелисктар төҙөкләндерелә һәм ремонтлана, Сәпәш һәм Яңы Аҡбүләкты зыяраттар кәртәләнә, Атнашта янғынға ҡаршы быуа территорияһы төҙөкләндерелә. Магинск ауылында трактор өсөн тәгәрмәстәр һатып аласаҡтар, ә Ҡариҙел ауылында күп фатирлы йорттоң тышҡы канализацияһын ремонтлаясаҡтар.

Ҡариҙел гәзите сайты материалын ҡулланып, Наилә Имаева әҙерләне.

Ҡариҙел районында "Беҙҙең ауыл-2026" конкурсы еңеүселәре һайланды
Ҡариҙел районында "Беҙҙең ауыл-2026" конкурсы еңеүселәре һайланды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас