Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
9 Июля , 06:35

Бергә үткән ғүмер — үҙе бәхет

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрамда Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов ғаилә юбилейҙарын билдәләгән парҙарҙы тәбрикләне. Улар араһында 50 йыл ғүмер иткән Рәфиә һәм Мөхтәсәр Хафизовтар ҙа бар ине.

Бергә үткән ғүмер — үҙе бәхетБергә үткән ғүмер — үҙе бәхет
Бергә үткән ғүмер — үҙе бәхет

Динис Рәдис улы Хафизовтарҙы алтын туйҙары менән ҡотланы һәм республика Башлығы Радий Хәбировтың бүләген һәм Ҡотлау хатын тапшырҙы. Шиғри күңелле Рәфиә Хәнәфи ҡыҙы үҙе яҙған шиғырҙы уҡып, барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе.

Рәфиә һәм Мөхтәсәр Хафизовтар — Асҡын ауылында ғүмер итеп, фиҙаҡәр хеҙмәт юлы үтеп, ауылдаштарының, хеҙмәттәштәренең, туғандарының оло ихтирамын һәм хөрмәтен яулаған иҫ киткес кешеләр.

Мөхтәсәр Мансур улы Урмияҙ ауылында тыуған, яҙ көнө уға 73 йәш тулды. Уға бәләкәйҙән яҙмыш һынауҙарын үтергә тура килә. Дүрт йәшлек сағында атаһы мәрхүм була, шуға бала саҡтан сынығып, хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫә: өлкән бала булараҡ, үҙенән кесе ҡустыһын тәрбиәләшә, әсәһенә фермала ярҙамлаша. Әйткәндәй, Миңъямал апай ауылда бик ихтирамлы кеше була, фиҙаҡәр һәм тырыш хеҙмәте өсөн «Почет билдәһе» ордены менән бүләкләнә, ауыл Советына бер нисә тапҡыр депутат итеп һайлана. Ике улына ла яҡшы тәрбиә биреп, лайыҡлы кешеләр итеп үҫтерә.

Мөхтәсәр ағай тыуған ауылында мәктәпте тамамлағандан һуң, Ватан алдындағы изге бурысын үтәй. Армиянан ҡайтҡас, аҡыллы, тыйнаҡ, тырыш егетте Асҡын район эске эштәр бүлегенә эшкә саҡыралар. Ошо яуаплы урында ул 25 йыл намыҫ менән хеҙмәт итеп, хаҡлы ялға сыға. Банкта ведомство һағында ла оҙаҡ йылдар эшләй. Хеҙмәт ветераны ул, тырышлығы бик күп ведомство наградалары менән билдәләнгән.

Рәфиә Хәнәфи ҡыҙы — Шишмә-Үрәкәй ауылынан. Үткән йылдың көҙөндә уға 70 йәш тулды. Урта мәктәпте тамамлағас, Өфө ҡалаһында өс йыл заводта эшләй. Шунан Мөхтәсәр Мансур улы менән ғаилә ҡороп Асҡында йәшәй башлағас, ғүмерен ашнаҡсы һөнәренә бағышлай, хаҡлы ялға сыҡҡансы 30 йылға яҡын Асҡын 2-се урта мәктәбендә уҡыусыларҙы тәмле аштар менән һыйлай.

Хафизовтарҙың мөхәббәт тарихы ла үҙенсәлекле: Мөхтәсәр Мансур улы армияла саҡта улар хат аша танышып, ике йыл дуҫ булып, дуҫлыҡтары оло мөхәббәткә әүерелә. 1976 йылдың 10 февралендә никах уҡытып, 7 июндә ЗАГС-ҡа инәләр. Шулай ике йәш йөрәк 50 йыл элек сәстәрен-сәскә бәйләп, матур, тату тормош юлы үтә, балаларына —  ҡыҙҙары Эльвира, Венера, Алияға һәм улдары Венерға ғүмер һәм яҡшы тәрбиә биреп, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығара. Хәҙер балалары  барыһы ла ғаиләле, үҙ донъялары менән йәшәй, балалар үҫтерә. Был һоҡланғыс пар һигеҙ ейән-ейәнсәре өсөн хәстәрлекле, оло йөрәкле өләсәй һәм олатай ҙа.

Хафизовтар балаларының, ейәндәренең уңыштарына һөйөнөп, уларға бар яҡтан да өлгө булып йәшәй, һәр саҡ тәмле аштар әҙерләп ҡайтҡандарын көтөп, хәйер-фатихаларын биреп оҙатып ҡала, атай нигеҙен гөл итеп тотоп, хәстәрләп, йәшелсә-емеш үҫтереп, баҡса ултыртып, матур итеп тырышып донъя көтә.

Илһөйәр Махатова.

Фотолар: Зинира Батырова һәм ғаилә архивынан.

Бергә үткән ғүмер — үҙе бәхет
Бергә үткән ғүмер — үҙе бәхет
Бергә үткән ғүмер — үҙе бәхет
Бергә үткән ғүмер — үҙе бәхет
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас