Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
9 Июля , 01:50

Бөрөлә – ҙур ғаилә байрамы

Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғоролоҡ көнө 2019 йылдан алып уҙғарыла. Бөгөн дә бында бик матур ғаилә байрамы үтте. 

Бөрөлә – ҙур ғаилә байрамыБөрөлә – ҙур ғаилә байрамы
Бөрөлә – ҙур ғаилә байрамы

Бөрө – боронғо сауҙагәрҙәр ҡалаһы. Бында  Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғоролоҡ көнө 2019 йылдан алып уҙғарыла. Әле үҙәк майҙанында ошо көнгә арналған байрам бара. Унда төрлө милләт халҡының йыр-бейеүҙәре гөрләй. Майҙансыҡтарҙа төрлө күргәҙмәләр ойошторолған, байрам концерты күңелдәргә күтәренке кәйеф өҫтәй. Бында йәрминкә, интерактив майҙансыҡтар, оҫталыҡ дәрестәре, ғөмүмән, тотош ғаилә менән ял итерлек урындар бар.

Бөгөн Бөрөләге Изге Троицк кафедраль соборы булған Октябрь майҙанында һәм изге Петр менән Феврония һәйкәле эргәһендә меңләгән ғаилә йыйылды. Быйыл сара Рәсәйҙең Халыҡтар берҙәмлеге һәм Ҙур һәм татыу ғаилә йылдары билдәһе аҫтында үтә. Байрамға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм уның ҡатыны Каринэ Хәбирова килде. 

Республика етәксеһе Изге Троицк кафедраль соборында үткәрелгән ғибәҙәт ҡылыуҙа ҡатнашты, ҡатыны Каринэ Хәбирова менән Феврония һәм Петр Муромскийҙарҙың һәйкәленә сәскәләр һалды. Радий Фәрит улы 50 йыл бергә ғүмер кисергән Наталья һәм Александр Первушевскийҙарҙы, шулай уҡ яңы никахҡа ингән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Константин Гребенщиков менән Карина Дьяконованы яңы ғаилә ҡороуҙары менән ҡотланы. Артабан республика етәксеһе “Бала тыуғандан алып ғаилә йүнселлегенә тиклем” күргәҙмәһен ҡараны. Ул шулай уҡ Бөрөләге үҙәк майҙанда Башҡортостандың дуҫлыҡ һәм халыҡтар берҙәмлеге билдәһе булған ғаиләләр парадында, ҙур байрам әйлән-бәйләнендә ҡатнашыусыларҙы сәләмләне.  

 – Матур йола буйынса Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн Бөрөлә билдәләйбеҙ. Быйыл фестивалде етенсе тапҡыр үткәрәбеҙ. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылында ул бөтөнләй икенсе төрлө яңғырай, – тине Радий Хәбиров. –  Был мөһим байрам изгеләр Феврония һәм Петр Муромскийҙарҙы хәтерләү көнөнә арналған, әммә ул барлыҡ религиялар, ҙур, күп милләтле илебеҙҙең  барлыҡ халыҡтарына арналған. Республикалағы барлыҡ ғаиләләрҙе был шәп байрам менән ҡотлайым.

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе “Бәхет биләмәһе” хәйриә фонды етәксеһе Каринэ Хәбирова ла тәбрикләне. 

Байрамда ҡатнашҡан Айым менән Рим Рәхимовтар дүртенсе бәпәйен көтә. Ата-әсәнең һорауы буйынса республика етәксеһе Радий Хәбиров тыуасаҡ баланың енесен тантаналы иғлан итте. Әле ғаиләлә ике ул һәм бер ҡыҙ үҫә.

Ошо уҡ көндө иң яҡшы ғаиләләргә наградалар тапшырылды. Былтыр декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин Бәләбәй районының Приют ҡасабаһынан Надежда һәм Андрей Вяловтарҙы  ғаилә институтын нығытыуҙағы һәм балалар тәрбиәләүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн “Ата-әсәлек даны” ордены миҙалы менән наградлау тураһындағы Указға ҡул ҡуйғайны. Андрей Владимирович – Приют ҡасабаһындағы Богородица-Тихвин монастыре клиригы, Надежда Юрьевна – ҡорам эргәһендә иконалар яҙыусы. Улар икеһе лә сығышы менән Себер яҡтарынан. Ғаилә башлығы – Ханты-Манси автономиялы округының Березово ҡасабаһынан. Күп балалы әсә – Омскиҙан. Андрей Вялов ваҡытында биатлон буйынса Олимпия резервы мәктәбен тамамлаған һәм тренеры уны Стәрлетамаҡҡа Урал дәүләт физкультура академияһына уҡырға индереү маҡсатында алып килгән. Шулай итеп, ул беренсе белемен алған, аҙаҡ семинарияла белем алғанда буласаҡ ҡатыны менән танышҡан.

Хәҙер Вяловтар ғаиләһендә биш бала үҫә: Сергей (2009), Николай (2012), Иван (2013), Ксения (2014) һәм Варвара (2022  йылғы). Уларҙың барыһы ла алсаҡ, асыҡ, аралашыусан һәм ихлас. Ҡыҙҙары Ксенияны бик оҙаҡ көтөп алғандар. Өлкән балалар ҡорамға һәм йәкшәмбе мәктәбенә йөрөй. Киләсәктә Коля – архитектор, Ксения – музыка уҡытыусыһы, Иван ҡотҡарыусы булыу тураһында хыяллана. Вяловтар ғаиләһе мөхәббәттең һәм бер-береңә ихтирам-иғтибарҙың  ҙур, татыу ғаиләгә килтерә икәнлеген раҫлаған.

Шулай уҡ “Ата-әсәлек даны” ордены миҙалына лайыҡ булған Марина менән Андрей Новиковтар ғаилә йолаларының һәм һәр баланың, мөмкинлектәренә ҡарап, үҫеше тураһында хәстәрлек күрә. Уларҙың биш балаһы ла һөйөүгә сорналған мөхиттә тәрбиәләнә. Владимир – шәп виолончелист , Ульяна – балерина, Степан менән Тихон, өлкән апайҙары, ағайҙары кеүек фортепианола һәм скрипкала уйнай. Иң бәләкәстәре Федорға – биш йәш.  Ул да үҙенән өлкән туғандарына ҡарап ижадҡа ылығып үҫә.

Марина Владимировна музыкаль колледжда уҡыта, ғаилә башлығы Андрей Петрович –  РН-БашНИПИнефть идаралығы начальнигы урынбаҫары. Күп балалы әсә “Әсәлек даны” миҙалы менән бүләкләнгән.

“Ата-әсәлек даны” ордены миҙалына лайыҡ булған Надежда менән Андрей Оленниковтар ғаиләһе Баҡалы районының Михайловка ауылында йәшәй.  Күп балалы әсә өс тиҫтә йылдан ашыу балалар менән эшләй. Үҙе – урындағы мәктәп директоры, ә ире – ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы.

Оленниковтарҙың өлкән ҡыҙҙары – ресторан директоры Марина менән фельдшер Екатерина – айырым йәшәй инде. Улдары Александр,  Василийһәм Андрей күптән ата-әсәһенә хужалыҡта ярҙами итә. Бәләкәстәре Василий ҙа уларҙан ҡалышмай. Уларҙың һәммәһенең яратҡан шөғөлдәре бар.

 “Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн” миҙалы – Башҡортостанда Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө айҡанлы барлыҡҡа килгән ижтимағи награда. Уға бөгөн Бөрө районынан Эльбира менән Ефрем Калимьяновтар, Мишкә районынан Эльза менән Алик Абдуллиндар, Благовещен районынан Ирина менән Владислав Аптыкаевтар, Дүртөйлө районынан Ләлә менән Рәшит Фәтхетдиновтар, Кушнаренко районынан Лира менән Рузалим Ҡадировтар, Бөрө районынан Фирүзә менән Анатолий Арямновтар лайыҡ булды.

Республика наградаһы тапшырылған Эльбира менән Ефрем Емельяновтар 1985 йылда танышҡан һәм өс йылдан һуң ғаилә ҡорорға ҡарар иткән. Ғаилә башлығы графика, живопись, ағастан баҡса һындарын эшләү менән мауыға. Ҡатыны менән икеһе ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған.

Эльбира Емельянова буш ваҡытында ирекмәнлек менән шөғөлләнә. Уның тарафынан “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Бахтыбай – Бөрө” ирекмәндәр төркөмө ойошторолған. Ауылдаштары менән махсус хәрби операция биләмәһендәге егеттәребеҙгә ярҙам итәләр.

Ефрем Емельянович дүрт тиҫтә йылдан ашыу һүрәт төшөрөү, черчение һәм технология уҡытыусыһы булып эшләгән. Ул – Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, Башҡортостандың Халыҡ оҫтаһы. Емельяновтар өс улы тәрбиәләп үҫтергән. Уларҙың икәүһе – ата-әсәһе кеүек педагог, ә бәләкәстәре – спортсы. Әйткәндәй, уларҙың барыһы ла спорт ярата.

Благовещен районынан Ирина менән Владислав Аптыкаевтар туй ваҡытында танышҡан. Уларҙың татыу ғаиләһендә дүрт ул буй еткергән. Ғаилә башлығы – оҙаҡ йылдар Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығына ҡараған частәрҙең береһендә ҡотҡарыусы, күп балалы әсә балалар баҡсаһында эшләгән. Ирина менән Владислав Аптыкаевтар – Мәҙәниәт үҫеше үҙәгенең "Оҥгырйÿк” фольклорп ансамбленең әүҙем ағзалары. Әйткәндәй, Ирина коллективҡа алты йыл идара итә.

Мишкә районынан Эльза менән Алик Абдуллиндар ғаиләһен хеҙмәткә һөйөү билдәләй.  Улар туғыҙ бала тәрбиәләп үҫтергән. Эльза Михайловна “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған. Абдуллиндарҙың ғаилә ҡиммәттәре балаларҙа тормош һөйөү, кешелеклелек һәм яуаплылыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләгән. Өлкән улдары Валерий – махсус хрби операцияла ҡатнашыусы – Тыуған иле өсөн ҡаһармандарса хеҙмәт иткән һәм, бирелгән антына тоғро ҡалып, ғүмерен аямаған. Абдуллиндар ғаиләһе тыуған Ҡарға ауылы тормошонда әүҙем ҡатнаша, ауылдаштарына ярҙам итә.

Ләлә менән Рәшит Фәтхетдиновтар – Дүртөйлө районынан. Ғаилә башлығы – сығышы менән ошо уҡ райондың Исмаил ауылынан, оҙаҡ йылдар уҡытыусы, мәктәп, колледж директоры булып эшләгән. Ҡатыны, шулай уҡ педагог Ләлә Әсбәх ҡыҙы менән бына тигән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әйткәндәй, Фәтхетдиновтарҙың икеһенең уҡытыусылыҡ стажы бер быуаттан ашыу тәшкил итә.

Лира менән Рузалим Ҡадировтар – Кушнаренко районының Ҡарасайылға ауылынан. Улар өс йыл элек бергә ғүмер кисереүҙәренә алтын юбилейҙы билдәләгән.

Ошондағы уҡ майҙанда йәштәрҙең никахҡа инеү һәм 50 йыл бергә йәшәгән парҙарҙы бүләкләү тантанаһы үткәрелде.

 – Ябай булмаған ваҡытта һәр кешегә терәк кәрәк. Беҙ уны туғандарыбыҙҙа, яҡындарыбыҙҙа, шулай уҡ ҙур, күп милләтле илебеҙҙә табабыҙ. Бөгөн алдыбыҙҙа төп маҡсат – егеттәребеҙ өйҙәренә тере һәм имен ҡайтыуы мәнфәғәтендә барыһын да Еңеү өсөн эшләү. Бының өсөн терәк булыу һәм мөхәббәт мөһим, – тип билдәләне Радий Фәрит улы. – Һәр кем үҙ эшен намыҫлы атҡарырға тейеш. Шуға күрә мәҙәниәт йорттары, мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөйбөҙ, ҡалаларҙы һәм ауылдарҙы ипкә килтерәбеҙ. Быларҙың барыһын да кешеләрҙең Башҡортостанда йәшәгеһе килһен, йәштәр бында ғаилә ҡорһон, балалар үҫтерһен өсөн атҡарабыҙ.

Әйткәндәй, “Ғаилә һәм балалар менән дуҫ” брендлы наградаһы Дүртөйлө ҡалаһы хакимиәте башлығы Илмир Гәрәевкә тапшырылды. Дүртөйлөгә маҡтаулы статус ҡала мөхите сифаты һәм республикала йәшәүселәрҙең һорауҙарҙы яуап биреү һөҙөмтәләренә ҡарап бирелде.

Концерт программаһында Бөрөнөң ижади коллективтары ҡатнаша. Шулай уҡ йырсылар Әлиә менән Рәшит Төхвәтуллиндарҙың, Назгөл Отузованың сығыш яһауы көтөлә.

Фотолар: Вяловтар, Новиковтар, Оленниковтар, Калимьяновтар, Аптыкаевтар ғаиләләре архивтарынан. Автор фотолары.

ӘЙТКӘНДӘЙ

Рәсәйҙә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө датаһы, 8 июль, осраҡлы һайланмаған, сөнки тап ошо көндә православныйҙарҙы ғаилә байрамын булдырыуға рухландырған изге Петр һәм Феврония Муромскийҙарҙы иҫкә алғандар. Башта ул Владимир өлкәһенең Муром ҡалаһында билдәләнә. Риүәйәт буйынса, Муром кенәзе Петр махау (проказа) сире менән ауырый: уның бөтә тәне бөртөклө һәм ваҡ сыбартма менән ҡаплана. Кенәзде иң яҡшы табиптар ҡарай, әммә бер нәмә лә ярҙам итмәй, киреһенсә, Петрҙың хәле насарая ғына. Кенәзде Рязань янындағы ауылдан умартасы ҡыҙы Феврония уны үлән менән дауалай.

Петр менән Феврония өйләнешә, бәхетле ғүмер кисерә, ә олоғайғас, төрлө монастырҙа йәшәйҙәр. Ир менән ҡатын бер көндә һәм бер сәғәттә –  8 июлдә вафат була. 1547 йылда Петр һәм Феврония изгеләр сифатында билдәләнә.

2008 йылдың 8 июлендә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн тәүге тапҡыр Муромдан ситтә лә билдәләйҙәр, ә 2022 йылда РФ Президенты Владимир Путин байрамды рәсмиләштереү тураһындағы Указға ҡул ҡуя.  Башҡортостанда был байрам йыл һайын Бөрө ҡалаһында үткәрелә.

#деньсемьиилюбвииверности

https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2026-07-08/b-r-l-ur-ail-bayramy-4745195

Бөрөлә – ҙур ғаилә байрамы
Бөрөлә – ҙур ғаилә байрамы
Бөрөлә – ҙур ғаилә байрамы
Автор:
Читайте нас