Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
9 Июля , 01:20

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналды

Район Мәҙәниәт йорто алдындағы майҙанда Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған байрам  сараһы  бик матур үтте.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналдыҒаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналды
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналды

Байрам менән район халҡын һәм ҡунаҡтарын Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов ҡотланы. Динис Рәдис улы сығышында  ғаилә — ул йәмғиәттең төп таянысы, рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, йолаларҙы һәм быуындар күсәгилешлеген һаҡлаусы булды һәм булып ҡала, тип билдәләне.

Байрам программаһы төрлө быуын кешеләрен берләштерҙе. Унда ғаилә юбилейҙарын билдәләгән парҙар, райондың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан һәм  күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр тәбрикләнде. 

Кисәнең иң сағыу ваҡиғаларының береһе булып ғаилә коляскалары парады торҙо, унда ҡатнашыусылар тамашасыларҙы ижади ҡарашы һәм үҙенсәлекле биҙәлеше менән һоҡландырҙы.

Райондың ижади коллективтары һәм солистары барыһына ла  яҡшы кәйеф бүләк итте.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө — ныҡлы ғаиләнең, бер-береңде хөрмәт итеүҙең, һөйөүҙең һәм хәстәрлектең әһәмиәтен иҫкә төшөрөүсе байрам. Тап ошо ҡиммәттәр йәмғиәттең именлеге һәм илебеҙҙең киләсәге нигеҙе булып тора.

Был байрам һәр кемгә ғаилә ҡиммәттәренең мөһимлеген тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрһөн, ә һәр йортта һәр ваҡыт мөхәббәт, үҙ-ара аңлашыу, йылылыҡ һәм бәхет хакимлыҡ итһен.

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналды
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналды
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналды
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналды
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналды
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналды
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналды
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналды
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас