

Башҡортостан алдағы һайлау кампанияһына нисек әҙерләнә? “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ошо һорауға яуап бирелде. Унда республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Азат Ғәлимханов һәм уның урынбаҫары Марат Ғәҙелов ҡатнашты.
Билдәле булыуынса быйыл – 18-20 сентябрҙә Рәсәйҙә Дәүләт Думаһына һайлауҙар үтәсәк. Башҡортостанда бер юыл Өфө ҡалаһы советына, Урал аръяғындағы округтан Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайға депутаттар, Ауырғазы һәм Белорет райондарында ике ауыл советы депутаттарын һәм тағы ла 36 урындағы үҙидара вәкилдәрен өҫтәмә һайлауҙар үткәреләсәк.
Һайлауҙарҙы 69 территориаль һәм 3249 участка һайлау комиссияһы әҙерләй. Шулай уҡ 40-ҡа яҡын ваҡытлы участка булыуы көтөлә. Быйыл һайлауҙа 2 964 457 кеше ҡатнаша, шул иҫәптән “Мобиль һайлаусы” сервисы аша тауыш бирә ала.
Һайлау участкаларында тауыш биреү процесының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн 1516 стационар һәм 1822 ҡул металл детекторҙарын файҙаланыу планлаштырыла.
Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа видеокүҙәтеү һәм видеорегистрация ҡулланыласаҡ. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы һайлау участкалары өсөн – 1321 һәм территориаль комиссияларҙың 69 бинаһын билдәләгән. Ҡалған участкаларҙа видеорегистраторҙар ҡулланыласаҡ.
Агитация кампанияһы 22 августа башлана һәм тауыш биреүгә бер көн ҡалғас туҡтатыла. Азат Ғәлимханов билдәләүенсә, суд практикаһы нейроселтәрҙәр ҡулланыу ҡағиҙәләрен формалаштырған: кандидаттарҙың реклама кампанияһында тулыһынса уйлап сығарылған персонаждарҙы һәм үлгән кешеләрҙең “йәнле” һүрәттәрен ҡулланырға ярамай. Кандидаттан башҡа шәхестәрҙең һүрәте уларҙың яҙма ризалығы менән генә ҡулланыла ала.
Кәрәк булғанда, бөтә тауыш биреүселәр ҙә “Мобиль һайлаусы” сервисынан файҙалана ала, ул яҡындағы участкала булған урында тауыш бирергә мөмкинлек бирә. Шул иҫәптән был дачниктар һәм баҡсасылар өсөн дә көнүҙәк булыуы мөмкин. Бының өсөн үҙ комиссияһына алдан ғариза бирергә һәм теләгән тауыш биреү урынын күрһәтергә кәрәк.
Махсус хәрби операвцияла ҡатнашыусылар, Азат Ғәлимханов хәбәр итеүенсә, хәрби частар урынлашҡан урындарҙа ваҡытлыса һайлау участкаларында тауыш бирә аласаҡ. Уларҙың эшен ойоштороуҙа ҡануниәт тарафынан рөхсәт ителгән бөтә варианттар ҙа файҙаланыласаҡ. Хәрбиҙәргә, шарттарға ярашлы, ваҡытынан алда йәки бинанан тыш тауыш биреү мөмкинлеге бирелә. 18-20 сентябрҙә отпускта булғандар йәшәгән урын буйынса тауыш бирә ала.
Фото: Олег Яровиков.