

Борай районында Зөфәр Зариф улы һәм Заһиҙә Мәхмүт ҡыҙы Ғариповтар гәүһәр туйҙарын билдәләй. Улар 1966 йылдың 9 июлендә Ҡуҙбай ауылында никахҡа ингән.
Ғаилә башлығы 1943 йылдың 15 ғинуарында Абдулла ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын механизатор булып башлай, тыуған районы колхозында тракторсы һәм комбайнсы булып эшләй. Хәләл ефете 1943 йылдың 7 мартында Ҡуҙбай ауылында донъяға килгән. Мәктәпте тамамлағандан һуң туғыҙ йыл башланғыс кластарҙа уҡыта.
1970 йылда ғаилә Нефтекама ҡалаһына күсенә. Зөфәр Зариф улы хаҡлы ялға сыҡҡансы 1840-сы автоколоннала водитель булып эшләй. Аварияһыҙ эшләгәне өсөн ведомство наградаһы менән бүләкләнә. Заһиҙә Мәхмүт ҡыҙы телеграфта кассир эшен башҡара, һуңынан Краснокама районы эске эштәр бүлегендә оҙаҡ йылдар бухгалтер иҫәбен алып бара.
1998 йылда улар тыуған Ҡуҙбай ауылына күсенеп ҡайта һәм унда умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларында белемдәрен камиллаштыра, райондың «Алға» гәзитендә мәҡәләләр баҫтыра, тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Районда умартасылыҡ кәсебенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға үҙ өлөшөн индерә улар. Бөгөн ғаиләнең эшен өлкән улдары дауам итә.
Ғариповтар Камилә, Сулпан һәм Алик исемле балалар тәрбиәләп үҫтергән. Хәҙер улар – ете ейән-ейәнсәргә, өс бүлә-бүләсәргә бәхетле олатай менән өләсәй ҙә, тип хәбәр итте Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев.
Фото: Ғариповтар ғаиләһенең шәхси архивы
Ләйсән Закирова
https://bash.bashinform.ru/news/social/2026-07-08/boray-a-aripovtar-g-r-tuy-aryn-bild-l-ne-4658669