

Башҡортостан Республикаһында «Йәмәғәт туҡланыуы» компанияһын ойоштороусыға ҡарата енәйәт эшен тикшереү тамамланды. Был кеше мәктәп лагерҙарында туҡланыуҙы ойоштороуға бәйле ҙур мутлыҡта ғәйепләнә.
«Йәмәғәт туҡланыуы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2025 йылдың апрель-июнь айҙарында Бөрө районының 23 мәктәбе менән хеҙмәттәшлек иткән. Килешеү шарттары буйынса, компания уҡыусыларҙы көн һайын, шул иҫәптән ял һәм байрам көндәрендә лә ҡайнар аш менән тәьмин итергә тейеш булған. Әммә ысынбарлыҡта көндөҙгө һауыҡтырыу лагерҙары аҙнаһына биш кенә көн эшләгән.
Нәтижәлә ял көндәрендә күрһәтелмәгән хеҙмәттәр өсөн нигеҙһеҙ түләүҙәр алып, эшҡыуар бер миллион һумдан ашыу бюджет аҡсаһын урлап, үҙ мәнфәғәтенә тотонған.
Эшҡыуарҙың ғәмәлдәре РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө — вазифанан файҙаланып, алдан һүҙ ҡуйышып, бер төркөм кеше тарафынан айырыуса ҙур күләмдә мутлашыу — буйынса квалификацияланған. Эш материалдары Бөрө район-ара судына тапшырылған.
«Йәмәғәт туҡланыуы» йәмғиәте 2020 йылдың майында Башҡортостан Республикаһының Бөрө ҡалаһында теркәлгән һәм йәмәғәт туҡланыуы предприятиеларының туҡландырыуҙы ойоштороуҙың башҡа төрҙәре буйынса эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. 2025 йылдың сентябренән генераль директор вазифаһын Андрей Аркадьевич Верещагин башҡара. Компания ике физик шәхескә — Андрей Аркадьевич Верещагин һәм Антон Андреевич Верещагинға ҡарай, һәр береһенең устав капиталында 50 процент өлөшө бар.
«Йәмәғәт туҡланыуы» йәмғиәтенең 2025 йылдағы финанс күрһәткестәре ҡапма-ҡаршылыҡлы: табыш ҡырҡа артҡан — 140,6 миллион һумға еткән, был 2024 йылғы (15,1 миллион һум) күрһәткестән 9,3 тапҡырға күберәк. Әммә саф табыш ни бары 78 процентҡа ғына артҡан.