Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
8 Июля , 06:00

“Ғаиләне күҙ ҡараһылай һаҡларға кәрәк…”

Озерки ауылынан Алексеевтар мөхәббәттә һәм татыулыҡта 65 йыл йәшәй.

“Ғаиләне күҙ ҡараһылай һаҡларға кәрәк…”“Ғаиләне күҙ ҡараһылай һаҡларға кәрәк…”
“Ғаиләне күҙ ҡараһылай һаҡларға кәрәк…”

 

65 йыл иңде-иңгә терәп бергә йәшәү — тормошта һирәк осрай торған һәм әһәмиәтле юбилей. Ошо датаның символы булған тимер кеүек Борис Алексеевич менән Окалче Байзулла ҡыҙының мөнәсәбәттәре лә ошо ваҡыт эсендә нығынған, ҡаҡшамаҫҡа әйләнгән. Һәр пар ҙа үҙенең ғаиләһен шул тиклем оҙаҡ ваҡыт дауамында һаҡлап ҡала алмай, шуға күрә 65 йыл татыу ғүмер итеү оло мөхәббәттең, сабырлыҡтың һәм үҙ-ара ихтирамдың асыҡ дәлиле булып тора.

Оло юбилей Алексеевтарҙың хистәре барлыҡ тормош һынауҙарын үтеп сынығыуын һәм ысын ташҡа әйләнеүен раҫлай. Бындай ғүмер байрамының атамаһындағы тимер символикаһы тәрән мәғәнәғә эйә: ул материалдың физик ныҡлығын да, ышаныслы көнкүреште лә, шулай уҡ ир менән ҡатындың да холоҡ ныҡлығын сағылдыра. Йылдар һынауын кисергән мөнәсәбәттәр ошо металға оҡшаш, улар өсөн бер ниндәй тышҡы ауырлыҡтар ҙа ҡурҡыныс түгел.

Борис Алексеевич менән Окалче Байзулла ҡыҙының мөхәббәте, сабырлығы, күңел йылыһы барыһына ла  — үҙ-ара ла, ҡыҙы менән улына ла, ә хәҙер дүрт ейәненә лә етерлек.

— Һәр ғаиләнең үҙ бәхет сере бар. Иң элек — бер-береңә ихтирам, уртаҡ хәстәрҙәр, — тип уй-кисерештәре менән бүлешә ғаилә башлығы.

Ул тулыһынса хаҡлы. Уның иңендә 65 йыллыҡ ғаилә тәжрибәһе ята. Борис Алексеевич 1943 йылдың 25 мартында Озерки ауылында тыуған, ғаилә әле лә шунда йәшәй. Олатаһы менән өләсәһе тәрбиәһендә үҫкән, ата-әсәһен хәтерләмәй тиерлек. Уҡырға мөмкинлек булмағанлыҡтан, бары тик биш класс ҡына тамамлай. Иртә эшләй башлаған. 1957 йылда, “Рәфәнде” совхозында төрлө эштәр башҡарғанда, совхоз етәкселеге тырыш егетте күреп ҡалып, уны Мишкәгә уҡырға ебәрә, унда курстар тамамлағас, башта тракторсы, артабан водитель таныҡлығын ала. Армияға барырға ла ваҡыт етә. Ракета ғәскәрҙәрендәге хеҙмәтен Борис Алексеевич айырыуса йылылыҡ менән иҫкә ала, ул уны үҙе өсөн батырлыҡ мәктәбе булды, тип һанай. Часть командованиеһының “Хәрби техниканы оҙаҡ ваҡыт яҡшы һаҡлағаны, оҫта һәм аварияһыҙ файҙаланғаны өсөн” дипломын әле лә ҡәҙерләп һаҡлай. Демобилизацияланғандан һуң, 1966 йылда, тыуған ауылына ҡайта. Элекке урында водитель булып эш башлай һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда хеҙмәт һала.

— Ул ваҡытта “Рәфәнде” совхозында төрлө маркалы автомашиналар 70-тән ашыу иҫәпләнә ине, — тип һөйләй Борис Алексеевич. — Ғәҙәттәге көн иртә таңдан башлана ла кисен тамамлана. Машинам руле артында бөтә Рәсәйҙе гиҙеп сыҡтым. Башлыса, запас частар артынан Ҡурған өлкәһенә, Ҡурғанға, Харьковҡа, Пермьгә йөрөнөм. Ауыр саҡтар булды, машиналар ватыла ине, әммә шулай булыуға ҡарамаҫтан, күңел биреп эшләргә тырыштыҡ. Беҙҙең быуын икмәктең ҡәҙерен белә. Ул саҡта эш урынында тәртип беренсе урында торҙо.

Әйткәндәй, Борис Алексеев үҙ ваҡытында 11-се биш йыллыҡтың коммунистик хеҙмәт ударнигы булған. Шулай уҡ ул 1974 йылда социалистик ярыш еңеүсеһе лә.

Тормош иптәше Окалче Байзулла ҡыҙы Ҡариҙел районының Уразай ауылынан. Уны Борис Алексеевич Арзамат ауылында осратҡан, унда ҡыҙ шәфҡәт туташы булып эшләгән. Танышҡандан һуң ярты йыл үтеүгә йәш егет һөйгәненә тәҡдим яһай.

Борис Алексеевич менән Окалче Байзулла ҡыҙы ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары Надежда әсәһе юлынан киткән. Иҫке Арзамат ауылында йәшәй, Озерки ауылында фельдшер булып эшләй, ике балаһы бар. Ҡыҙы Валерия әсәһе һәм өләсәһе кеүек медик. Ул Ырымбур медицина университетын тамамлаған һәм инде өсөнсө йыл Көньяҡ Сахалинда туберкулез диспансерында табип-эпидемиолог булып эшләй. Олатаһы менән өләсәһе өлкән ейәнсәрҙәренең еңеүе менән ғорурлана — Валерия күптән түгел Мәскәүҙә II халыҡ-ара БДБ респиратор медицина белгестәре конгресы сиктәрендә үткән «Табиптың белеме һәм шәхесе: ҡатмарлы диагноз» тип аталған халыҡ-ара фәнни бәйгелә еңеү яулаған. Конгресс Рәсәйҙән, Ҡаҙағстандан һәм Үзбәкстандан алдынғы белгестәрҙе, ғалимдарҙы һәм йәш табиптарҙы берләштергән. Ҡатнашыусыларҙың сығышын Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы вәкилдәре, Рәсәй Федерацияһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, медицина вуздары һәм эксперт берләшмәһе баһалаған. Валерия Саляева «Эпидемиологтар тикшереү алып бара: мәктәпкәсә балалар учреждениеһында туберкулез» тигән доклад менән сығыш яһаған. Уға нигеҙ итеп Сахалин белгестәренең практикаһынан аныҡ осраҡ алынған, унда балалар баҡсаһына йөрөгән сабыйҙа туберкулез ауырыуы табылғандан һуң ҙур эпидемиологик тикшереү үткәрергә тура килгән.

Оло апаһына ҡустыһы Алексей ҙа тиңләшә. Быйыл ул 11-се класты тик яҡшы билдәләргә генә, алтын миҙалға тамамлаған. Алексеевтарҙың улы Валерий Борисович та тормошта үҙ юлын тапҡан. Ул Өфө ҡалаһында йәшәй, Себер яҡтарында вахта ысулы менән эшләй, ике бала атаһы. Ҡыҙы Виалина ла медицина хеҙмәткәре булырға ҡарар иткән, ул Бөрө медицина колледжында уҡый. Илья — мәктәп уҡыусыһы, 5-се класҡа күскән.

Юбилярҙарҙың ҡыҙы Надежда Саляева әйтеүенсә, улар ғүмер буйы башҡаларға үҙҙәренең күңел йылыһын, мөхәббәтен һәм аҡылын өләшә.

— Атай-әсәйемдең хәстәрлеге уларҙың һәр һүҙендә тойола, ә йәмле йорттары һәр саҡ тәмле ризыҡ еҫтәре менән тулы, — ти ул. — Улар янында булғанда ярҙамды, ихласлыҡты һәм ысын бәхетте тояһың. Ҡәҙерлеләребеҙ һәр эште бергәләп башҡара, әле лә баҡса үҫтерә. Атайым бал ҡорттары ҡарай. Күптән түгел водитель таныҡлығын яңыртты. Ошо йәшендә лә руль артында йөрөй алыуына шат.

 65 йыл бергә йәшәү — бик ҙур бәхет. Уның сере нимәлә? Ғаилә башлығы фекеренсә, бер-береңә үпкә тотмау, үҙеңдең тормошта яңғыҙ түгеллегеңде белеү,  икенсе яртың өсөн яуаплы булыуыңды аңлау мөһим. Окалче Байзулла ҡыҙы иһә ныҡлы һәм оҙайлы никах серен донъя көткәндә үҙеңдең ҡатын-ҡыҙ зирәклеген күрһәтеүҙә тип күрә.

— Ғаиләне күҙ ҡараһылай һаҡларға, туғандарға ихтирамлы булырға, ризаһыҙлыҡ һәм көнсөллөккә юл ҡуймаҫҡа, һәр ваҡыт бер-береңдең хәстәрен тойоп йәшәргә кәрәк, — тип, йәштәргә теләктәрен дә еткерҙе.

Үҙ ғүмерҙәрендә Алексеевтар намыҫлы хеҙмәт иткән. Улар — хеҙмәт ветерандары. Ғаилә тормошона ла яуаплы ҡарағандар.  Ни сәсһәң — шуны урырһың, тиҙәр бит. Бәхетле Алексеевтар 65 йыл элек мөхәббәткә һәм һөйөүгә нигеҙләнгән ғаилә ҡорған. Һәм әле лә улар үҙҙәренең күҙгә күренмәгән хеҙмәтенең татлы емештәрен йыя, балаларына һәм ейәндәренә лайыҡлы өлгө булып тора.

Светлана Тоймурзина.

Мишкә районы.

“Ғаиләне күҙ ҡараһылай һаҡларға кәрәк…”
“Ғаиләне күҙ ҡараһылай һаҡларға кәрәк…”
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас