Йәнтөйәк
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
7 Июля , 11:20

Оператор булыу – ирҙәр һөнәре

Башта һалдаттарға гуманитар йөк ташыған. 

Оператор булыу – ирҙәр һөнәреОператор булыу – ирҙәр һөнәре
Оператор булыу – ирҙәр һөнәре

Геннадий Ишмаев – тыумышы менән Бөрө районынан. Егет тыныс тормошта иретеп йәбештереүсе булып эшләгән.

– Яратҡан һөнәрем буйынса эшләп йөрөгәндә махсус хәрби операция башланды, – тип һөйләй "Буцефал" позывнойлы яҡташыбыҙ. – Башта һалдаттарға гуманитар йөк ташыным, унан инде пилотһыҙ осоусы аппарат операторына уҡып алдым да Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөнөм.

Геннадий Ишмаев әйтеүенсә, теләгән һәр кем БПЛА операторы була ала, тик тырышлыҡ ҡына кәрәк. Оператор булыу – иррҙәр һөнәре.

Шуны билдәләргә кәрәк, пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүҙең өҫтөнлөктәре бихисап. Әйтәйек, операторҙар өсөн хәүефһеҙлектең иң юғары кимәле тәьмин ителә. Улар хәрби бәрелеш урындарынан алыҫта хеҙмәт итә.

Оборона министрлығы хеҙмәт үҙенсәлектәренә нығыраҡ төшөнөү өсөн бер йыллыҡ контракт төҙөргә тәҡдим итә. Контрактҡа ярашлы, хәрбиҙе пилотһыҙ осоусы аппарат менән идара итеүгә бәйле икенсе һөнәргә йәки ғәскәргә күсереү мөмкин түгел. Улар ҡануниәт менән ҡаралған барлыҡ түләүҙәр, ташламалар һәм социаль гарантиялар менән файҙалана.

Тулыраҡ мәғлүмәт менән 122 номерына шылтыратып танышырға мөмкин йәки хәрби комиссариатҡа килергә була. Үҙегеҙ менән паспорт, хәрби билет, никахҡа инеү һәм балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтары (булғанда), белем алыу тураһындағы документтар кәрәк.  

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.  

Автор:
Читайте нас