Йәнтөйәк
+20 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
7 Июля , 03:50

Өфөлә “Баланов” паркы төҙөкләндереләсәк

Парк Дим районы халҡының ял итеү өсөн тағы ла бер заманса йәмәғәт майҙанына әүереләсәк.    

Өфөлә “Баланов” паркы төҙөкләндереләсәкӨфөлә “Баланов” паркы төҙөкләндереләсәк
Өфөлә “Баланов” паркы төҙөкләндереләсәк

Өфөнөң Дим районында “Тормош өсөн инфраструктура” милли проектын (национальный проект “Инфраструктура для жизни”) тормошҡа ашырыу барышында “Баланов” паркын төҙөкләндереүҙең беренсе этабы башланды. Был хаҡта республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр иттеләр.

Проектта “Мәҙинә” мәсете яғынан инеү зонаһын һәм буласаҡ фонтан эргәһендәге ял зонаһын төҙөкләндереү ҡаралған. Территорияға яңы япма һалына, тышҡы яҡтыртыу монтажлана, бәләкәй архитектура формалары, инеү төркөмө, навигация күрһәткестәре, эскәмйәләр, урналар, каруселдәр, тирбәлеүҙәр, уйын комплексы һәм балалар өсөн тактиль ҡорамалдар ҡуйыла. Эштәрҙе быйыл 30 октябргә тиклем тамамларға планлаштыралар.

Грозненский, Баланов һәм Гатчина урамдары араһында урынлашҡан “Баланов” паркы Дим районы халҡының ял итеү өсөн тағы ла бер заманса йәмәғәт майҙанына әүереләсәк. Проектты тормошҡа ашырыу ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырырға һәм ғаилә һәм әүҙем ял итеү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

“Тормош өсөн инфраструктура” милли проектының маҡсаты — тораҡ пункттарҙы комплекслы үҫтереү. Был торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм ремонтлау, йәмәғәт һәм ихата киңлектәрен төҙөкләндереү, бөтә социаль һәм коммуналь инфраструктураны булдырыу һәм яңыртыу, хәрәкәт итеүсе составты яңыртыу иҫәбенә йәмәғәт транспортының уңайлы маршруттары һанының артыуы. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: "Башинформ". 

Автор:
Читайте нас