

Башҡортостанда 24 Һаулыҡ үҙәге эшләй. Уларҙа кеше организмының торошон комплекслы баһалайҙар. Йыл башынан алып унда 80 меңгә яҡын кеше мөрәжәғәт иткән. Был турала Хөкүмәт кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Азат Рәхмәтуллин һөйләне.
Профилактик тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса пациенттарҙың яҡынса 40 проценты патологияларҙы иртә асыҡлау өсөн поликлиника табип-белгестәргә ебәрелгән. 37 мең самаһы кеше һаулыҡ мәктәптәрендә уҡыған, ә дүрт меңгә яҡын кеше дауалау физкультураһы кабинеттарына йөрөгән. Һәр мөрәжәғәт итеүсегә шәхси “Сәләмәт йәшәү рәүеше картаһы” бирелә.
Бөтә муниципалитеттарҙа ла берҙәм профилактика сифатын тәьмин итеү өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матди-техник базаны нығыта: былтыр ғына “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты буйынса 170 берәмек заманса ҡорамал һатып алынған. Бынан тыш, ведомство Һаулыҡ үҙәгенең берҙәм брендбугын эшләй.
Өфөнөң дүрт медицина ойошмаһында пилот проекты эшләй башлаған: нейроселтәр медицина карталарын анализлай һәм юғары хәүеф факторҙары булған 1700 пациентты асыҡлай, уларға индивидуаль дауалау пландары тәғәйенләй. Бынан тыш, 18-се ҡала клиник дауаханаһы базаһында сәләмәт оҙон ғүмер медицинаһының беренсе үҙәге эшләй башлай, унда ҡан тамырҙарының биологик йәшен һәм торошон билдәләйҙәр. Йыл башынан алып унда 503 кеше ҡаралған.
– Был үҙәктәрҙең бурысы — кешенең әүҙем тормош осорон һаҡлап ҡалыу һәм ғүмерен оҙайтыу өсөн ауырыу хәүефен һәм ваҡытынан алда ҡартайыу билдәләрен асыҡлау. Тәҡдим ителгән алымдар үҙ-үҙеңде хәстәрләү мәҙәниәтен формалаштыра, кешеләрҙең һаулығын һаҡларға, әүҙем оҙон ғүмерлелеккә күсергә, йәшәү сифатын һәм оҙайлығын күтәрергә ярҙам итә, – тине министр.
Фото: "Башинформ".