Йәнтөйәк
+20 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
6 Июля , 09:10

Әмирҙә ауылдаштар осрашты

Әмир ауылы  390 йыллыҡ  юбилейын билдәләне.

Әмирҙә ауылдаштар осраштыӘмирҙә ауылдаштар осрашты
Әмирҙә ауылдаштар осрашты

Байрам  мәртәбәле ҡунаҡтарҙы  сәләмләү, ҡаршы алыуҙан башланды.  “Төй буйҙары” вокаль ансамбле  ҡыҙҙары район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, район Советы секретары,  район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Рима Нәбиуллина, Асҡын мәғлүмәт үҙәге директоры,  район гәзиттәре баш мөхәррире Фәйрүзә Юнысова, Мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте идаралығы  начальнигы Гөлзифа Мөхәмәтдинова, Ҡашка ауыл биләмәһе башлығы Ринат Ғәләүетдинов, район “Ағинәйҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе  Закира Ғилметдинованы дәртле йырҙар  башҡарып, татлы сәк-сәк, шифалы ҡымыҙ менән  ҡаршы алды.

Артабан ҡунаҡтар ҙур тирмә эсенә үтте. Фәйрүзә Юнысова байрамда ҡатнашыусыларҙы  ауылда оҫта тегеүсе булараҡ билдәле, ҡорама тегеү оҫтаһы Әминә Ханованың иҫ киткес  матур эштәренән торған күргәҙмә менән таныштырҙы. Әйткәндәй, Әминә апа махсус хәрби операцияла  ҡатнашыусы яҡташтарына ла кейемдәр тегеп ебәрә. Фәйрүзә Фаяз ҡыҙы әмирҙәрҙең “Айыҡ  ауыл-2024” республика конкурсы сиктәрендә “Яугирҙар төйәге” проектын тормошҡа  ашырыуы тураһында ла һөйләне.

Ауылдың аш-һыуға оҫта уңған хужабикәләре әҙерләгән төрлө милли аштар өҫтәле менән ҡунаҡтарҙы  Винария Закирова таныштырҙы.

Ауылдың күркәм юбилейы  сиктәрендә ойошторолған  “Һаумыһығыҙ. ауылдаштар!” байрамы  сәхнәлә дауам итте. Алып барыусылар — Әмир ауылы ҡыҙы, Балтас районы Мәҙәниәт йорто директоры Гөлфиә Шәисламова һәм Ҡашҡа ауыл мәҙәниәт йорто методисы Фәрзәнә Яруллина сараны асып,  мәртәбәле ҡунаҡтар менән таныштырҙы, йылы осрашыуға йыйылыусыларҙы сәләмләп, ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашырға килгән кешеләргә, йыраҡ араларҙы яҡын итеп ҡайтҡан яҡташтарына рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.

 Дин әһелдәре — Закир хәҙрәт һәм Сәлмән хажи Ҡөрьән аяттары  укыны, йәшәү мәғәнәһе, тормош ҡәҙере тураһында вәғәздәр һөйләп,  ил-көндәребеҙгә  тыныслыҡ, именлек  теләп, доға ҡылды.  Ата-бабаларынан күреп, өйрәнеп балалар ҙа иманлы, әхлаҡлы, әҙәпле булып үҫә. Алмаз Нартдинов менән Рәмзил Сәйетов та аяттар уҡып ишеттерҙе.

Артабан һүҙ Ҡашҡа ауыл биләмәһе башлығы Ринат  Ғәләүетдиновҡа бирелде. Ул халыҡты ихлас тәбрикләп, байрамдың әһәмиәте, әмирҙәрҙең  маҡсатсан, тырыш булып, “Айыҡ ауыл-2024” республика конкурсында  1-се урын  яулауы, Урындағы башланғыстарға  ярҙам  итеү программаһында һәр ваҡыт әүҙем ҡатнашып, тыуған ауылдарын төҙөкләндереү, матурлауҙа ҙур эштәр башҡарыуҙары тураһында бәйән итте. Ринат Хәмзә улы  күркәм сараны әҙерләп үткәреүгә ҙур өлөш индергән әмирҙәргә Ҡашҡа ауыл Советы хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

 Рима Шамил ҡыҙы менән Эльза Ҡәҙим ҡыҙы ла  әмирҙәрҙе байрам менән ҡотлап, халыҡтың берҙәмлеген, һәр эштә  әүҙем булыуын, махсус хәрби операцияла ил именлеген һаҡлаған  яугирҙарға ҙур ярҙам күрһәтеүҙәрен билдәләне, һәм йәмәғәт эштәрендә  әүҙем  ҡатнашыусыларҙы  Рәхмәт хаттары  менән бүләкләне.

Педагогия хеҙмәте ветераны Ғәдилә Хәбир ҡыҙы Әхмәтова яҡташтарын тарихи мәғлүмәттәр менән таныштырҙы, ауылдың үткәне һәм бөгөнгөһө тураһында һөйләне, байрамды үткәрергә ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт әйтте.

Байрамдың иң күңелле өлөшө йыр-моңға бай концерт программаһы булды. Өс-дүрт  сәғәт дауамында  сәхнәнән яңғыраған  йырҙар Әмирҙә  талантлы кешеләр йәшәүен дәлилләне.

Байрамда  шулай уҡ спорт ярыштары, халыҡ  уйындары  ойошторолдо, ҡул оҫталары үҙҙәренең  эштәрен тәҡдим итте, балалар өсөн күңел асыу майҙансығы — батуттар,  күп төрлө тәм-томдар  булды.

 Һәр ваҡыттағыса, бил бирмәҫ батырҙар көрәшкән майҙан  янында халыҡ күп йыйылды. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Фәрдүс Әхмәтов милли көрәште ойоштороп, уның нәтижәләрен иғлан итте, ә 1-се  урын яулаған Руслан Мөхәмәтйәровҡа  төп бүләк — тәкә эләкте.

Байрамға шулай уҡ мул табын әҙәрләп ҡоролғайны.

Ауылдың оло юбилейы  халыҡты тағы ла нығыраҡ  берләшергә, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөргә һәм киләсәккә  өмөт менән ҡарарға мөмкинлек бирҙе.

Әмир ауылының киләсәге лә ошо күркәм байрам кеүек гөрләп торһон, йәмле, нурлы булһын!

Гөлназ Ҡадырова.

Автор фотолары.

 

Әмирҙә ауылдаштар осрашты
Әмирҙә ауылдаштар осрашты
Әмирҙә ауылдаштар осрашты
Әмирҙә ауылдаштар осрашты
Әмирҙә ауылдаштар осрашты
Әмирҙә ауылдаштар осрашты
Әмирҙә ауылдаштар осрашты
Әмирҙә ауылдаштар осрашты
Әмирҙә ауылдаштар осрашты
Әмирҙә ауылдаштар осрашты
Әмирҙә ауылдаштар осрашты
Әмирҙә ауылдаштар осрашты
Әмирҙә ауылдаштар осрашты
Әмирҙә ауылдаштар осрашты
Әмирҙә ауылдаштар осрашты
Әмирҙә ауылдаштар осрашты
Әмирҙә ауылдаштар осрашты
Әмирҙә ауылдаштар осрашты
Әмирҙә ауылдаштар осрашты
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас