Йәнтөйәк
+20 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
6 Июля , 11:31

Мөһим сәйәси кампанияға әҙерлек башланды

Быйыл илебеҙҙе мөһим сәйәси ваҡиға көтә – 18-20 сентябрҙә Рәсәйҙә Дәүләт Думаһына һайлауҙар үтәсәк.   Тулыраҡ:

Мөһим сәйәси кампанияға әҙерлек башландыМөһим сәйәси кампанияға әҙерлек башланды
Мөһим сәйәси кампанияға әҙерлек башланды

 Бер юлы Башҡортостанда Өфө ҡалаһы советына, Урал аръяғындағы округтан Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайға депутаттар, Ауырғазы һәм Белорет райондарында ике ауыл советы депутаттарын һәм тағы ла 36 урындағы үҙидара вәкилдәрен өҫтәмә һайлауҙар үткәреләсәк. Был хаҡта Хөкүмәт кәңәшмәһендә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Азат Ғәлимханов хәбәр итте.

Һайлауҙарҙы 69 территориаль һәм 3249 участка һайлау комиссияһы әҙерләй. Бөтә һайлау кампанияларында республиканан 2 964 457 кеше, шул иҫәптән “Мобиль һайлаусы” сервисы аша тауыш бирә ала.

Һайлау участкаларында тауыш биреү процесының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн 1516 стационар һәм 1822 ҡул металл детекторҙарын файҙаланыу планлаштырыла.

Электр энергияһы авария хәлендә һүнгән осраҡта, территориаль комиссиялар биналарында генераторҙар ҡуйыласаҡ. Муниципалитет хакимиәттәре ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағына һайлау өсөн запас биналар ойоштора.

Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа видеокүҙәтеү һәм видеорегистрация ҡулланыласаҡРәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы һайлау участкалары өсөн – 1321 һәм территориаль комиссияларҙың 69 бинаһын билдәләгән. Ҡалған участкаларҙа видеорегистраторҙар ҡулланыласаҡ.

МХО-ла ҡатнашҡан яугирҙәрҙе Дәүләт Думаһына һайлауҙа тауыш биреү мөмкинлеге менән тәьмин итәләр.

Азат Ғәлимханов хәбәр итеүенсә, хәрби частар урынлашҡан урындарҙа ваҡытлыса һайлау участкалары булдырыласаҡ, ә уларҙың эшен ойоштороуҙа ҡануниәт тарафынан рөхсәт ителгән бөтә варианттар ҙа файҙаланыласаҡ. Хәрбиҙәргә, шарттарға ярашлы, ваҡытынан алда йәки бинанан тыш тауыш биреү мөмкинлеге бирелә. 18-20 сентябрҙә отпускта булғандар йәшәгән урын буйынса тауыш бирә ала.

Фото: республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы.

Автор:
Читайте нас