Йәнтөйәк
+20 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
6 Июля , 11:25

"Мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүегеҙҙе теләйем"

Радий Хәбиров һалым хеҙмәте белгестәре менән осрашты.

"Мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүегеҙҙе теләйем""Мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүегеҙҙе теләйем"
"Мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүегеҙҙе теләйем"

6 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров БДБ дәүләттәренең һалым хеҙмәттәре эшендә клиенттарға йүнәлешлелек принциптарын индереү буйынса эшсе төркөм ултырышын асыуҙа ҡатнашты.

Сара Федераль һалым хеҙмәте эксперттарын, республиканың финанс-иҡтисади блогы министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәрен, шулай уҡ Азербайжан, Әрмәнстан, Беларусь, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Тажикстан, Үзбәкстандың һалым органдары вәкилдәрен йыйҙы.

Ултырыш башында төбәк Башлығы Федераль һалым хеҙмәте етәкселегенә Башҡортостандың баш ҡалаһын халыҡ-ара дискуссия майҙансығы итеп һайлаған өсөн рәхмәт белдерҙе.

– Эшсе төркөм ултырышын ҡабул итеү беҙҙең өсөн ҙур хөрмәт. Сарала ҡатнашыусыларҙың уңайлы һәм емешле эшләүе өсөн бөтә шарттарҙы булдырҙыҡ, – тине Радий Хәбиров. – Барығыҙға ла уңыштар, мөһим, һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул итеүегеҙҙе теләйем. Ваҡыт ауыр, дәүләткә, бизнесҡа ярҙам итергә, дөйөм алғанда, уйланылған һәм аҡыллы сәйәсәт формалаштырырға кәрәк.

Федераль һалым хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Виктор Бациев Башҡортостандың идара итеү командаһына ултырышты юғары кимәлдә ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерҙе, һалым органдары алдында торған бурыстарҙың мөһимлеген билдәләне.

– Беҙ күп мәғлүмәт менән эш итәбеҙ, һанлы технологияларҙы һәм төрлө сервистарҙы әүҙем үҫтерәбеҙ. Шул уҡ ваҡытта клиенттарға йүнәлтелгәнлек философияһы беҙҙе булған белемде, технологияларҙы ҡулланыуҙың билдәле бер мәҙәниәтен һаҡларға мәжбүр итә, – тип билдәләне Виктор Бациев. – Һалым түләүселәр менән конструктив диалог ҡороу, килеп тыуған мәсьәләләрҙе оператив хәл итеү кәрәк.

Сәләмләү һүҙҙәре менән шулай уҡ Башҡортостан буйынса Федераль һалым хеҙмәте идаралығы етәксеһе Андрей Агапов һәм БДБ Башҡарма комитетының иҡтисади хеҙмәттәшлек департаменты директоры Михаил Мыскин сығыш яһаны.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан Рәсәйҙә һалым түләүсенең идентификация номерын индереү эшендә тәүгеләрҙән булды. 1996 йылда был номер республика халҡына таратылды, ә ике йылдан һуң бөтә ил буйынса ҡулланыла башланы. Шулай уҡ төбәк беренселәрҙән булып һалым түләүсенең шәхси кабинетын индерә башланы. Ә "Минең документтарым" күп функциялы үҙәктәр селтәре халыҡҡа Федераль һалым хеҙмәте эшмәкәрлеге менән бәйле 30-ҙан ашыу хеҙмәт күрһәтә.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:
Читайте нас