Йәнтөйәк
+20 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
6 Июля , 11:40

“Фәнис Хөсәйенов яҡын дуҫым ине...”

Уның үлеме хаҡында ишеткәс...

“Фәнис Хөсәйенов яҡын дуҫым ине...”“Фәнис Хөсәйенов яҡын дуҫым ине...”
“Фәнис Хөсәйенов яҡын дуҫым ине...”

“Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан егеттәр Артур Нуриев һәм Илфир Нисафетдиновты Башҡортостан төньяҡ-көнбайыш  ауыл хужалығы колледжында  имтихандар тапшырып йөрөгән саҡтарында тап иттек”, тип яҙа Рифинә Ниғәмәйева.  

Артур Әдис улы – “Томан” позывнойлы Тәтешле районы егете, 2024 йылдың ғинуарынан махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә. Мобилизация мәлендә уның байтаҡ туғандары ла алғы һыҙыҡҡа йүнәлә. Береһе һәләк була, икенсеһе хәбәрһеҙ юғала. Ике ағаһы яраланғандан һуң тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Яҡын дуҫы Фәнис Хөсәйеновты юғалтыуын ауыр кисерә. Был хәбәрҙе ишеткәс, ул үҙенең артабан тыныс йәшәй алмаясағын аңлай. Оборона министрлығы менән контракт төҙөргә ҡарар итә. 25 йәшлек яугирҙең күкрәген “Авдеевканы алған өсөн” һәм башҡа миҙалдар биҙәй. “Томан” бөгөн пилотһыҙ осоу аппараттары операторы һәм сапер хеҙмәтен алып бара. Тәтешле егете бынан ике йыл элек Ватан һағына баҫырға ҡарар иткәненә һис үкенмәй. “Еребеҙҙе беҙ ҙә яҡламаһаҡ, тағы кем яҡлар?” – ти ул.

Артурҙың иптәше Илфир Нисафетдинов та колледжда автомеханик һөнәрен үҙләштергәндә махсус хәрби операция зонаһына барырға ҡарар ҡыла. Донецк йүнәлешендә хеҙмәт итә. Ул да пилотһыҙ осоу аппараттары операторы эшен үҙләштергән. Егеттәр йәш булһа ла, етди аҙымға барырға үҙҙәрендә көс тапҡан. Беҙ уларға һаулыҡ, именлек һәм хеҙмәттәрендә уңыштар теләйбеҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.

Ғәзим Талипов фотоһы.

Автор:
Читайте нас