+30 °С
Болотло


Төбәк етәксеһе хәрбиҙәрҙән яҡындарының хәлдәре, уларға өҫтәмә ярҙам кәрәк түгелме, тип ҡыҙыҡһынды. Яугирҙар республикаға гуманитар ылауҙар, ғаиләләренә ҡарата даими иғтибар һәм ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.
Башҡортостан Башлығы, төбәк халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ҡаһарманлыҡтарын һәр ваҡыт хәтерҙәрендә һаҡлаясаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлап һәләк булғандар алдында баш эйәбеҙ. Һәм ғаиләләре хаҡында һәр саҡ хәстәрлек күрәсәкбеҙ. Был иң мөһиме, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Алда күп эш көтә. 4 меңдән ашыу яугир өйҙәренә әйләнеп ҡайтты ла инде. Уларҙы реабилитациялау, диспансерлаштырыу эштәрен ойошторабыҙ, эшкә урынлаштырабыҙ. Улар үҙ бурысын башҡарҙы, һәм хәҙер беҙ үҙебеҙҙекен үтәйбеҙ.
https://glavarb.ru/ba/news/event/drtyl-rayonynan-mahsus-hrbi-operaciya-yaugirary-m-veterandary-menn-osrashyu/