Йәнтөйәк
+21 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
4 Июля , 18:30

Пилотһыҙ системалар – һөжүм итеүселәр өсөн ҙур ярҙамсы

"Хәҙер пилотһыҙ системалар үҫешә, уның подразделениелары юғары аныҡлыҡтағы һөжүмдәр яһай. Беҙ тыныс халыҡтың арҡаһы артында йәшеренгән, кешеләрҙе тере ҡалҡан урынына ҡулланған дошман менән һуғышабыҙ”, – тип һөйләне Рәсәй Геройы капитан Тельман Уралбаев.   

Пилотһыҙ системалар – һөжүм итеүселәр өсөн ҙур ярҙамсыПилотһыҙ системалар – һөжүм итеүселәр өсөн ҙур ярҙамсы
Пилотһыҙ системалар – һөжүм итеүселәр өсөн ҙур ярҙамсы

Үҙәк ғәскәрҙәре төркөмөнөң 27-се гвардия мотоуҡсылар дивизияһы составындағы пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре подразделениеһы хәрбиҙәре Ырымбур өлкәһенең юғары һәм урта профессиональ уҡыу йорттары вәкилдәре, шулай уҡ хәрби-патриотик тәрбиә менән шөғөлләнгән студенттар берләшмәһенең йәмәғәт лидерҙары менән телекүпер үткәрҙе.

Сара Ырымбур өлкәһенең хәрби комиссариатында үткән. Унда пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре подразделениеһы командованиеһы вәкиле, Рәсәй Геройы капитан Тельман Уралбаев Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә яңы юғары технологиялы ғәскәр төрөнөң актуаллеген һәм кәрәклеген билдәләп сығыш яһаған.

"Әле мин ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыламын. Ял ваҡытында хәрби комиссариатҡа студенттарға алғы һыҙыҡтағы реаль хәлдәрҙе һөйләү өсөн килдем. Кешеләр туранан-тура һорауҙар бирә ала: "Ә унда нисек?”, “Нимәләр бара?”. Беҙҙең яугирҙәр бөтә һорауҙарға бер нимәне лә йәшермәйенсә яуап бирергә әҙер.

Минең батальоным менән азат ителгән Покровскиҙа беҙ ябай халыҡ менән осраштыҡ. Улар шатланып, ҡосаҡлап ҡаршы алды. Неонацистар уларҙы мыҫҡыл иткән. Дошман сигенгәндә, унда тыныс халыҡ бармы-юҡмы, Рәсәй Ҡораллы көстәре торамы-юҡмы икәнен асыҡлап тормаҫтан, бар нәмәне ҡыйратҡан. Шуға күрә пилотһыҙ системалар – тәү сиратта, һөжүм итеүселәр өсөн ҙур ярҙамсы. Беҙҙең өсөн яугирҙең иҫән ҡалыуы һәм өйөнә ҡайтыуы мөһим. Бының өсөн беҙгә ут ярҙамын арттырырға һәм яҡшыртырға кәрәк.

Хәҙер пилотһыҙ системалар үҫешә, уның подразделениелары юғары аныҡлыҡтағы һөжүмдәр яһай. Беҙ тыныс халыҡтың арҡаһы артында йәшеренгән, кешеләрҙе тере ҡалҡан урынына ҡулланған дошман менән һуғышабыҙ. Беҙҙең бурыс – халыҡты азат итеү. Пилотһыҙ аппараттар ярҙамында дошманды асыҡлайбыҙ һәм юҡ итәбеҙ, шул уҡ ваҡытта ябай граждандарға зыян килтермәүҙе маҡсат итеп ҡуябыҙ”, – тип һөйләне Тельман Уралбаев.

Наталья Русинова фотоһы.

Автор:
Читайте нас