Йәнтөйәк
+17 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
2 Июля , 09:00

Ура! Йылыта!

Ә ямғырҙар туҡтармы? Синоптиктар фараздары менән уртаҡлашты.     

Ура! Йылыта!Ура! Йылыта!
Ура! Йылыта!

Башҡортостанды яйлап Каспий диңгеҙенең төньяғынан килгән циклон ташлап китә. Ниһайәт, йәйге эҫе һауа торошо ҡайта. Башгидромет синоптиктары алдағы көндәргә фараз бирҙе.

Метеорологтар хәбәр итеүенсә, бөгөн, 2 июлдә, көндөҙ республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Һауа температураһы көндөҙ +21,+26 градус.

Йома, 3 июлдә, яуым-төшөм көтөлмәй. Һауа температураһы төндә +11,+16, көндөҙ +22,+27 градус. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән талғын, көндөҙ көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын.

Шәмбе, 4 июлдә, шулай уҡ яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Һауа температураһы төндә +11,+16, көндөҙ +24,+29 градус.

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

 

Автор:
Читайте нас