Йәнтөйәк
+17 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
2 Июля , 04:50

Башҡортостан мәктәптәрендә яңы фән уҡытыла башлай

Был фәнде 2026-2027 уҡыу йылының икенсе ярты йыллығынан өйрәнә башлайҙар.

Башҡортостан мәктәптәрендә яңы фән уҡытыла башлайБашҡортостан мәктәптәрендә яңы фән уҡытыла башлай
Башҡортостан мәктәптәрендә яңы фән уҡытыла башлай
Әлфиә Әһлиуллина
 

Республиканың белем биреү учреждениеларында, тотош илдәге кеүек үк, 2026-2027 уҡыу йылының икенсе ярты йыллығынан «Рәсәйҙең рухи-әхлаҡи мәҙәниәте» тигән яңы фәнде индереү башлана. Был турала РИА Новости агентлығына биргән интервьюһында Рәсәйҙең мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе.

Министрлыҡта яңы дисциплинаны индереүгә әҙерлек башланған. Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, 2026-2027 уҡыу йылынан ДНКР-ҙы 5-се класс уҡыусылары өйрәнә (йылына 17 сәғәт). 2027-2028 уҡыу йылында был фән – 6-сы һәм 7-се кластарҙың (йыл һайын 34 сәғәт), ә 2028/29 уҡыу йылынан 5-9-сы кластарҙың программаһына индерелә.

«Яңы уҡыу йылында «Рәсәйҙең рухи-әхлаҡи мәҙәниәте» фәне уҡытыла башлай, ошо фән буйынса дәреслектәр әҙерләйбеҙ», — тип һөйләне Сергей Кравцов.

ДНКР курсы мәктәп уҡыусыларында илдең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре нигеҙендә донъяға ҡараш тәрбиәләүгә йүнәлтелгән. Уҡыусылар күренекле ватандаштарыбыҙҙың – дәүләт, йәмәғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең, ғалимдарҙың, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, шулай уҡ махсус хәрби операция геройҙарының биографияһы һәм ҡараштары менән таныштырыла.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Рәсәй мәктәптәрендә яңы уҡыу йылынан ғәрәп теле уҡытыла башлай.

https://bash.bashinform.ru/news/edu/2026-07-01/bash-ortostan-m-kt-pt-rend-ya-y-f-n-inderel-4658141

 

 

Автор:
Читайте нас