

Әбйәлил районының Михайловка ауылында тыуып үҫкән “Арчи” позывнойлы пилотһыҙ осоу аппараттары командиры Суворов орденына һәм ЛХР наградаһына, шулай уҡ ведомство миҙалдарына лайыҡ булған.
Ошо көндәрҙә яугир ҡатынын һәм яңы тыуған ҡыҙын бала табыу йортонан ҡаршы алырға тип ялға ҡайтҡан.
- Был ваҡиға - минең тормошомда иң матур бүләктәрҙең береһе, - тип уртаҡлашты “Арчи”. - Минең ун йәшлек улым Даниэль бар, тхэквондо буйынса спортсы, бер нисә тапҡыр призлы урындар яуланы. Ниһайәт, мин хыялланған ҡыҙым тыуҙы. Тормош иптәшемә рәхмәт!
Яугир 1993 йылда күп балалы ғаиләлә тыуған, бала саҡтан техника һәм һүрәт төшөрөү менән мауыға. Колледжды тамамлағандан һуң ПВО-ла хеҙмәт итә, унда белем ала, һуңғараҡ улар пилотһыҙ аппараттар менән идара итеүҙе үҙләштерергә ярҙам итә.
"Арчи" башта һөжүм итеүсе була, параллель рәүештә БПЛА менән эшләргә уҡый, ә хәҙер үҙе һалдаттарҙы өйрәтә.
- Пилотһыҙ осоу аппараты операторы булыу - ҙур яуаплылыҡ, - тип һөйләй “Арчи”. - Тәүге көндәрҙә ауыр булды, әммә көндәлек күнекмәләр аппаратты автоматик рәүештә йыя алыуға тиклем килтерҙе. Хәҙер күҙҙәрем йомоҡ булған килеш тә аппаратты һүтеп йыя алам.
- Беҙ ағайыбыҙ менән ғорурланабыҙ, көн һайын уның өсөн борсолабыҙ, яуап бирмәһә, тулҡынланабыҙ. Яугирҙәребеҙҙең барыһы ла тиҙерәк имен-аман әйләнеп ҡайтһын, - ти уның ҡустыһы Денис.
Әйткәндәй, ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыһы барышында яугирҙе “Әбйәлилдең яугир-геройы” билдәһен тапшырыу өсөн район хакимиәтенә саҡырғандар.
Фото һәм сығанаҡ: Виктория Рәхимова.