Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
1 Июль , 07:00

Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!

Бөгөн, 1 июль —  Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөндә,  Асҡын ауылының Еңеү паркында тантаналы  митинг үтте.

Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!


Рәсәй өсөн Ватан алдындағы изге бурыстарын үтәгән яугирҙарҙы ҡотларға, илебеҙ именлеге өсөн хәри бурыстарҙы үтәгәндә һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлеген хөрмәтләп иҫкә алырға район
хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Асҡын һәм Ҡариҙел райондары  хәрби комиссары  Руслан Сәйфуллин,  МХО ла хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре һәм яҡындары, Афған  ветерандары советы рәйесе Азат Әхмәтйәнов,  махсус хәрби операция ветерандары  ассоциацияһы рәйесе,  МХО-нан демобилизацияланған яугир Сергей Ғәйнуллин, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, районыбыҙҙың ойошма-предприятиелары  етәкселәре һәм вәкилдәре, йәш армиясылар,  мәктәп уҡыусылары килде.

Митинг Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын тыңлау менән башланды.
- Бөгөн беҙ Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөндә Ватаныбыҙҙы яҡлап һәм һаҡлап яуҙарҙа һәм хәрби хәрәкәттәрҙә батырҙарса һәләк булғандарҙы иҫкә алырға йыйылдыҡ, - тигән һүҙҙәр менән башланы үҙ сығышын район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы.  – Улар – Бөйөк Ватан һуғышы, афған, чечен һуғышы ветерандары. Бөгөн улар иҫәбенә Украинала, Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикаларында хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа өҫтәлде. Беҙ һәләк булған яугирҙарҙың батырлығын онотмайбыҙ, иҫәндәргә рәхмәтлебеҙ. 

Артабан Динис Рәдис улы Руслан Мәүлимйән улы менән берлектә махсус хәрби операцияла хәрби бурыстарын үтәгәндә батырҙарса һәләк булған яугирҙарҙың наградаларын уларҙың ата-әсәләренә һәм яҡындарына тапшырҙы.

Бөгөн хәрби хәрәкәттәр ветерандары ысын ил һаҡсыларын – йәш илһөйәрҙәрҙе тәрбиәләйҙәр. Һеҙгә, ветерандар, кесе Ватаныбыҙҙың намыҫлы илһөйәр улдарын тәрбиәләгәнегеҙ өсөн рәхмәт! Ошо юҫыҡта әүҙем эшмәкәрлек алып барыусы ветарандар Ильяс  Рамазан улы Фәхрисламов  — Асҡын районы хакимиәтенең Почет грамотаһы, ә  Риф Тимерхан улы Ғәфиев Башҡортостан Республикаһы Хәрби комиссариатының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Артабан Афған  ветерандры советы рәйесе Азат Әхмәтйәнов менән  махсус хәрби операция ветерандары  ассоциацияһы рәйесе Сергей Ғәйнуллин сығыш яһап, Хәрби хәрәкәттәр ветерандарына иң изге теләктәрен еткерҙе.


Митингыла ҡатнашыусылар локаль бәрелештәрҙә һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тын ҡалып, хөрмәтләп иҫкә алды. Локаль бәрелештәрҙә һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған мемориалға гөлләмәләр, сәскәләр һалынды.


Сара район Мәҙәниәт йорто  йырсылары Рәзинә Фәйзуллина менән Ризида Ғәлимова башҡарған илһөйәрлек һәм батырлыҡ менән һуғарылған  йырҙар менән тамамланды.

Наилә Имаева.

 

Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Рәхмәт һеҙгә, ысын батырҙар!
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас