

«Газпром нефтехим Салауат» компанияһы ярҙамында бинаға капиталь ремонт үткәрелгән. Ә муниципаль бюджет аҡсаһына мебель һәм ҡорамалдар һатып алғандар. Үҙәк базаһында «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү дәүләт фонды филиалы, МХО ветерандары ассоциацияһы һәм һәләк булған яугирҙар ғаиләләренең Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының төбәк бүлексәһе эшләй.
Төбәк етәксеһе конференциялар залын, психолог һәм юрист кабинеттарын, архив, ял бүлмәләрен ҡараны. Бында шулай уҡ махсус хәрби операция ветерандары һәм Салауат тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы белгестәре ойошторған музей урынлашҡан.
«Ватанды һаҡлаусылар» Дәүләт фондының социаль координаторы Сергей Данилов әйтеүенсә, элек учреждение ҡаланың мәғариф бүлеге бинаһында урынлашҡан булған, ә эш шарттары заманса талаптарға яуап бирмәгән.
– Хәҙер бер урында бер юлы өс ойошма эшләй, был, һис шикһеҙ, МХО ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн уңайлы, – тип билдәләне Сергей Данилов. – Үҙәккә хәрби хәрәкәттәр ветерандары килә, бында һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн дә шарттар булдырылған.
Үҙәктә Башҡортостан Башлығы һәләк булған хәрбиҙәрҙең әсәләре менән аралашты.
– Иң мөһиме – һеҙ үҙ-үҙегеҙгә бикләнмәйһегеҙ, яугирҙарыбыҙ өсөн һеҙҙең менән аралашыу мөһим. Һеҙ уларҙың проблемаларын бик яҡшы аңлайһығыҙ, – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров, республика муниципалитеттарҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү үҙәктәрен булдырыуҙы дауам итә, тип билдәләне.
– Был эште мөмкин тиклем әүҙемерәк алып барырға кәрәк. Яугирҙарыбыҙҙың заманса һәм уңайлы шарттарҙа ярҙам алыуы мөһим. Салауатта бер ҡыйыҡ аҫтында «Ватанды һаҡлаусылар» фондын, МХО ветерандары ассоциацияһын берләштереүҙәре яҡшы, – тине Радий Хәбиров. – Бында кешеләр аралаша, бер-береһенә ярҙам итә һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итә ала. Бындай ҙур ҡала өсөн был үҙәк ысынлап та кәрәкле.
https://glavarb.ru/ba/news/event/Padiy-Xbirov-Calauatta-vatan-geroyary-xrbi-xpkttr-veterandaryna-yapam-ite-gend-buldy/