Йәнтөйәк
+15 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
1 Июля , 08:55

Июль айы ниндәй булыр?

Ҡыҫҡаһы, ҡыштан бирле фаразланған эҫе йәй быйыл булмай...

Июль айы ниндәй булыр?Июль айы ниндәй булыр?
Июль айы ниндәй булыр?

Рәсәй гидрометеорология үҙәге синоптиктары Башҡортостанда июлгә һауа торошон фаразланы. Уртаса айлыҡ һауа температураһының нормаға ярашлы булыуы көтөлә, ул +19,2 градус тәшкил итә. Айлыҡ яуым-төшөм нормаһы яуасаҡ, ул яҡынса – 50-70 миллиметр.

Тулыраҡ мәғлүмәт, һәр ваҡыттағыса, Гисметео порталында бар. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, эҫе һауа торошо айҙың тәүге декадаһында ғына фаразлана. 4 июлдән 9-на тиклем һауа температураһы +25-тән +29 градусҡа тиклем тәшкил итәсәк. Икенсе декадала уртаса йылы — +22-нән +25 градусҡа тиклем. Ай аҙағына термометр бағанаһы +21 градусҡа тиклем төшәсәк.

Ҡыҫҡаһы, ҡыштан бирле фаразланған эҫе йәй быйыл булмай...

Фото: Әлиә Хужәхмәтова. 

Автор:
Читайте нас