

Сарала йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, Салауат ҡала советы депутаттары, дин әһелдәре, ирекмәндәр ҡатнашты.
Осрашыуҙы асып, Башҡортостан Башлығы төбәк үҫешендә граждандар йәмғиәте институттарының әһәмиәтен билдәләне.
– Һеҙ – республикабыҙҙың ҙур идара итеү командаһының бер өлөшө. Бергәләп бик мөһим эш башҡарабыҙ. Тотош ил ябай булмаған үҫеш осорон үтә. Етди һынауҙар, бурыстар күп. Бөгөн төп девиз – БАРЫҺЫ ЛА ЕҢЕҮ ӨСӨН! Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путин «Берҙәм Рәсәй» партияһының һуңғы съезында тап ошо һүҙҙәрҙе әйтте. Шуға күрә беҙ дәүләт башлығы тирәләй берләшергә, барлыҡ көстәрҙе тупларға һәм яугирҙарыбыҙға ярҙам итергә тейешбеҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ муниципалитет үҫешенең төп йүнәлештәрен билдәләне.
– Беҙ республикаға инвестициялар йәлеп итеү өҫтөндә әүҙем эшләйбеҙ. Һәм һуңғы йылдарҙа уларҙың күләме тотороҡло арта. Салауаттың был йәһәттән перспективалары бик яҡшы. Предприятиелар үҫешә, яңы сәнәғәт проекттары бар. Шул уҡ ваҡытта социаль өлкәне лә яҡшыртыу мөһим, – тине Радий Хәбиров. – Киләһе йылда Көнсығыш районында мәктәп төҙөй башлайбыҙ. Халыҡ уны бик көтә. Юлдарҙы ремонтлауға өҫтәмә финанслау бүләсәкбеҙ. Ҡала мөхитен үҫтереүгә оҙаҡ ваҡыт тейешле иғтибар бүленмәгән. Хәҙер беҙ был хәлде төҙәтәбеҙ. Дөйөм алғанда, булған мәсьәләләрҙе яҡшы аңлайбыҙ һәм уларҙы планлы хәл итәбеҙ.
Муниципалитет өсөн өҫтөнлөклө бурыстарҙы үтәү урындағы властарҙың төп эше булырға тейеш. Радий Хәбиров Салауат хакимиәте башлығы Марат Заһиҙуллинға шулай тип мөрәжәғәт итте.
– Минең тормошомда төп эш – республика менән етәкселек итеү. Һеҙ ҙә үҙ вазифағыҙға тап шулай ҡарарға тейешһегеҙ. Бының өсөн һеҙҙең тәжрибәгеҙ ҙә, белемегеҙ ҙә бар, – тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Һәм эшегеҙҙә бөгөн ошо залда йыйылған кешеләргә таяныу мөһим.
***
Артабан Башҡортостан Башлығы Салауат граждандар йәмғиәте институттары вәкилдәренең һорауҙарына яуап бирҙе. Ҡаланың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ирина Назарова ҡалала «Башавтотранс»тың яңы автобустарын арттырыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.
– Быйыл «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты буйынса 83 автобус һатып алырға ниәтләйбеҙ. Улар Салауатҡа ла оҙатыласаҡ, – тип хәбәр итте Радий Хәбиров. – Әлбиттә, улар ҡаланың төп йәмәғәт транспорты төрҙәренең береһе булған трамвайҙар паркы ла яңыртыуҙы талап итеүен аңлайбыҙ. Был йүнәлештә лә эшләйәсәкбеҙ.
Тағы ла бер мөһим тема – махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың хәтерен мәңгеләштереү, шул иҫәптән улар эшләгән предприятиеларҙа ла.
– Һәләк булғандарҙы бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Ҡала һәм райондарҙа ошондай проекттар тормошҡа ашырыла башланы ла инде. Махсус хәрби операция тамамланғандан һуң, Өфөлә яугирҙарыбыҙ иҫтәлегенә ҙур мемориал төҙөргә ниәтләйбеҙ. Был мәсьәләлә ашыҡмаҫҡа һәм һаҡ ҡарарға кәрәк, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Иң мөһиме – йәмғиәтте артыҡ милитаризациялау кәрәкмәй. Республика, бер нәмәгә ҡарамаҫтан, үҫешә һәм тырыша.
Осрашыуҙа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырыу тураһында ла һорау яңғыраны.
– Бөтә яңы һәм реконструкцияланған йәмәғәт объекттарында, бар регламенттарҙы иҫәпкә алып, мотлаҡ уңайлы мөхит булдырабыҙ. Был йәһәттән эшҡыуарҙар менән дә эшләйбеҙ. Иң мөһиме – беҙ бындай кешеләргә ҡарата хәлде үҙгәртә алдыҡ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресының) урындағы бүлексәһе етәксеһе Азат Юлтимеров республика Хөкүмәте ағзалары һәм министрҙар менән даими осрашыуҙар үткәрергә тәҡдим итте.
– Эшлекле тәҡдим, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Кешеләргә биргән вәғәҙәләргә үҙем һәр ваҡыт иғтибарлы ҡарайым. Башлыҡтың йөкләмәләре – өҫтөнлөктәрҙең береһе. Әгәр вәғәҙә иткәнеңде эшләмәйһең икән, абруйыңды тиҙ юғалтаһың.
Осрашыу йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Башлығы төрлө өлкәләр һәм институттар вәкилдәре менән даими аралашыуҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Кабинетта ғына бер ни ҙә хәл ителмәй. Аралашып ҡына кешеләрҙең кәйефен аңларға мөмкин. Бындай осрашыуҙар аша беҙ хәл иткән мөһим мәғәнәләрҙе һәм бурыстарҙы аңлатырға була, – тине Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Ҡала активы – ул муниципалитеттың кәйефен, тәртибен һәм киләсәген билдәләгән кешеләр. Был минең көрәштәштәрем.
https://glavarb.ru/ba/news/event/Calauat-alayny-grazhdandar-ymite-instituttary-aktivy-menn-ocrashyu/