

Йыл башынан «Ватанды һаҡлаусылар» үҙәгенә БПЛА операторы вазифаһына контрактҡа төҙөргә теләгән 500-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Кемде оператор итеп алалар, һайлап алыу нисек үтә?
«Бенз» ҡушаматлы яугир яҡын арала дрон менән идара итеүгә өйрәнә башлаясаҡ. Ул контрактҡа ҡул ҡуйған һәм пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә башларға әҙер, ләкин бынан алда тест үтергә тейеш, ул – мотлаҡ процедура һәм хәрби хеҙмәткәрҙе ҡайҙа йүнәлтеү маҡсатҡа ярашлыраҡ икәнен асыҡларға ярҙам итә.
«Ватанға ярҙам итергә, Ватан алдындағы бурысты үтәргә теләйем… Беҙ пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеп, еңеүебеҙҙе яҡынайтасаҡбыҙ», – ти «Бенз».
БПЛА операторҙары – тик дрондар менән идара итеп кенә ҡалмай, улар разведка алып бара, утты көйләшергә ярҙам итә һәм башҡа тактик бурыстарҙы башҡара. Эш техник оҫталыҡты ғына түгел, ә юғары иғтибар туплай белеүҙе лә талап итә.
Был һөнәрҙе үҙләштерергә теләгәндәр төркөмдәргә бүленә. Берәүҙәре дрондарға хеҙмәт күрһәтәсәк, икенселәре техника өсөн программалар яҙасаҡ, ә өсөнсөләре оператор буласаҡ. Тик бынан алда, тәбиғи, медицина тикшереүе үтергә һәм контракт өсөн тулы документтар пакетын әҙерләргә кәрәк, был килешеү кәмендә бер йылға төҙөлә. Ул тамамланғас, хәрби хеҙмәткәр килешеүҙе туҡтатырға йәки оҙайтырға хоҡуҡлы. БПЛА операторҙары фронт линияһынан хәүефһеҙ алыҫлыҡта эшләйҙәр. Уларға тулы социаль пакет һәм башҡа ярҙам саралары ҡаралған.
Фадис Солтанов, Башҡортостан буйынса контракт нигеҙендә хәрби хеҙмәткә саҡырыу пункты офицеры:
«Хәҙерге ваҡытта күберәк теоретик өйрәнеү бара, йәғни бөтә төр пилотһыҙ системалар менән таныштыралар. Ләкин күпселек осраҡта бында беҙҙең кандидаттарға, йәғни беҙгә мөрәжәғәт иткән граждандарға йүнәлеш бирелә. Улар бында һайлап алыу мөмкинлегенә эйә”.
Инструкторҙар составы ысын белемгә эйә булған, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе әҙерләүҙә ҡиммәтле тәжрибәгә туплаған белгестәрҙән тора.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.