Йәнтөйәк
+14 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
30 Июня , 07:40

Ҡотлайбыҙ, Гүзәл!

Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы үтте.

Ҡотлайбыҙ, Гүзәл!Ҡотлайбыҙ, Гүзәл!
Ҡотлайбыҙ, Гүзәл!

Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы еңеүселәрен һәм призерҙарын бүләкләү тантанаһы үтте.

Был сара — башҡорт теленең ил кимәлендә тантана итеүе. Иң-иң көслөләр иҫәбендә республикабыҙҙың иң ҡеүәтле университетына бүләкләү тантанаһына саҡырылыу балалар өсөн — үҙе ҙур мәртәбә. 

Шуныһы ҡыуаныслы, бүләкләнеүселәр араһында Асҡын районынан Асҡын 2-се урта мәктәбенең 9А класын тамамлаусы Гүзәл Махатова ла бар ине.  Гүзәл  — 1-се дәрәжә дипломға, ә уны ошо олимпиадаға әҙерләүсе остазы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дилбәр Зөфәр ҡыҙы Заһиҙуллина Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Йөкмәткеле сығыштар, рухлы концерт номерҙары менән үрелеп барған сара  Гүзәлдең күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Тырыш ҡыҙҙы  һәм уның остазын ихлас тәбрикләйбеҙ һәм киләсәктә лә уңыштар теләйбеҙ!

Ҡотлайбыҙ, Гүзәл!
Ҡотлайбыҙ, Гүзәл!
Ҡотлайбыҙ, Гүзәл!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас