Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
30 Июнь , 07:00

Өфө университеты Ҡытай вуздары менән бергә белгестәр әҙерләйәсәк

Быйыл Ҡытай халыҡ республикаһының Энергетика министрлығы грантына берлектәге ғариза ебәрелгән.    

Өфө университеты Ҡытай вуздары менән бергә белгестәр әҙерләйәсәкӨфө университеты Ҡытай вуздары менән бергә белгестәр әҙерләйәсәк
Өфө университеты Ҡытай вуздары менән бергә белгестәр әҙерләйәсәк

Өфө дәүләт нефть техник университеты, Ҡытай нефть университеты һәм Пекин тел һәм мәҙәниәт университеты бергәләп ятҡылыҡтарҙы разведкалау буйынса белгестәр әҙерләйәсәк. Бындай башланғыстар “Йәштәр һәм балалар” милли проекты (национальный проект “Молодежь и дети”) бурыстарына яуап бирә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан.

Өфө дәүләт нефть техник университеты базаһында Ҡытай-Рәсәй халыҡ-ара берләштерелгән геологик ялан практикаһы базаһын булдырыу, уҡытыусыларҙы һәм студенттарҙы академик алмашыу, шулай уҡ берлектәге белем биреү программаларын, ғилми тикшеренеүҙәрҙе һәм студенттар менән алмашыуҙы үҫтереү хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәре буласаҡ. Перспективалы йүнәлештәр араһында – “Рус теле + ятҡылыҡтарҙы разведкалау программаһы.

"Ҡытай нефть университеты менән ике диплом программаһын тормошҡа ашырабыҙ, ике берлектәге ғилми-тикшеренеү үҙәге — ике яҡлы лабораториялар эшләй. Быйыл Ҡытай халыҡ республикаһының Энергетика министрлығы грантына берлектәге ғариза ебәрелде. Шулай уҡ уҡытыусылар һәм студенттар менән алмашыу сиктәрендә Пекин тел һәм мәҙәниәт университеты менән хеҙмәттәшлек итеү менән ҡыҙыҡһыналар”, — тип билдәләне ӨДНТУ ректоры Олег Баулин.

“Йәштәр һәм балалар” милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәрҙең үҙҙәрен тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Милли проект үҙәгендә – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыуҙың яңы методикаларын һәм уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ Донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм “Приоритет 2030” программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фото: Мәғариф министрлығы. 

Автор:
Читайте нас