

Борай егете Артур Зөлҡәрнәевтың еңеүе тураһында Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.
«Борай районының Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Артур Зөлҡәрнәев көрәш буйынса 5 тапҡыр донъя чемпионы булды! Ҡотлайбыҙ! — тип яҙа район башлығы. — Дөйөм алғанда, Артур – билбау көрәше һәм көрәш буйынса 13 тапҡыр донъя беренселектәре еңеүсеһе. Ғорурланабыҙ!»
25-28 июндә Татарстанда көрәш буйынса 15-се донъя чемпионаты һәм беренселеге уҙҙы. Ярыштарҙа донъяның 32 дәүләтенән өс йөҙҙән ашыу атлет ҡатнашты. Турнирҙа ир-егеттәр араһында – 11 комплект, үҫмерҙәр араһында 10 комплект миҙал уйнатылды.