+14 °С
Облачно


«Хәл ябай түгел, ләкин бөгөн яғыулыҡ етерлек. Беҙҙең нефть эшкәртеү заводтары ҡеүәтен 10% арттырып эшләй», — тине Шельдяев.
Заправкаларҙа барлыҡҡа килгән ажиотаждың иң юғары нөктәһе уҙған йома һәм шәмбе көндәренә тура килде, әммә бөгөн хәл тотороҡлана, тип билдәләне ул.
«Йома-шәмбе көндәрендә Өфө эсендәге һәм райондарҙағы 25 эре АЗС-та 800-шәр машина сиратта торҙо. Кешеләр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бензинды канистр менән ала башланы, заправкаға бер нисә тапҡыр инеп, запас әҙерләне. Шуға күрә беҙ канистр менән бензин һатып алыуҙы ваҡытлыса тыйҙыҡ. Өфө эсендә лә, республиканың алыҫ райондарына ла яғыулыҡ ташыһындар өсөн Транспорт министрлығы һәм «Башнефть» менән берлектә шәхси нефть трейдерҙары менән эш алып барабыҙ», — тип билдәләне Башҡортостан вице-премьеры.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда бензинға бәйле хәлде аҙна аҙағына тиклем хәл итеү планлаштырыла.