Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
29 Июнь , 11:35

Өфөлә башҡорт теле фестивале үтте

Open-air форматындағы фестиваль заманса музыка, ижад һәм йәнле аралашыу аша башҡорт телен популярлаштырыу өсөн ойошторолдо.  

Өфөлә башҡорт теле фестивале үттеӨфөлә башҡорт теле фестивале үтте
Өфөлә башҡорт теле фестивале үтте
Ләйлә Аралбаева
 

Өфөнөң Арт-Квадрат майҙанында «Мин башҡортса һөйләшәм» башҡорт теле фестивале үтте.

– 2026 йылғы фестиваль проект тарихында яңы баҫҡыс булып тора, – тип һөйләне ойоштороусылар. – Әгәр 2019 йылда ул йәштәр өсөн ниндәйҙер эксперименталь проект булһа, 2024 йылда заманса башҡорт музыкаһының ҙур майҙансығына әйләнде. Быйыл иһә беҙ төп иғтибарҙы эстәлектең тәрәнлегенә, тере башҡарыуға һәм үҙенсәлекле мөхит булдырыуға йүнәлттек. Фестивалдең төп үҙенсәлеге булып төрлө музыкаль жанрҙарҙы — этно, автор йыры, инди-поп, электрон һәм эксперименталь музыканы берләштергән бай концерт программаһы булды.

Музыкаль кисәне DJ Ринат Закиров асты. Сәхнәлә BURELAR, Тимур Ямалов, YOMAQ этно-электрон проекты, Артур Кәбиров, Радик Мусин, Лиана Хәбибуллина, Лилиә Сәғитова, Нәркәс Хәмитова һәм HANQYZY сығыш яһаны. Фестивалдең махсус ҡунаҡтары булып Мәскәүҙән Toolkyn һәм Санкт-Петербургтан Oohmy проекты ҡатнашты. Сығыштарҙың күпселеге тере музыкаль состав оҙатыуында үтте. Скрипка, тынлы музыка ҡоралдары, ҡурай, бас-гитара һәм барабандар ҡатнашлығындағы башҡарыу концертҡа айырыуса тәрән һәм бай яңғыраш өҫтәне.

Кисәнең тулҡынландырғыс мәлдәренең береһе Лиана Хәбибуллинаның ғаиләһе менән бергә сығыш яһауы булды. Уның атаһы – Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Руслан Хәбибуллин башҡорт халҡының оҙон көйөн башҡарҙы һәм башҡа музыканттар менән уртаҡ номерҙарҙа ҡатнашты. Концерт программаһына шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артистары Илшат Мөслимов, Олег Ҡасимов, Азат Биксурин, Артур Ғимаев һәм академик башҡорт сәнғәтенең башҡа вәкилдәре ҙур өлөш индерҙе.

Концерттан тыш, ҡунаҡтар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, ғаилә ял майҙансыҡтары, ижади һәм интерактив зоналар эшләне. Фестиваль партнерҙарының майҙансыҡтары ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты: унда төрлө бүләк уйнатыуҙар ойошторолдо, сертификаттар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

«Быйыл фестивалдең алдына ҡуйылған бөтә маҡсаттарға ла ирештек. Башҡорт телен ҡала мөхитенә уңышлы индерә алдыҡ, уны заманса мәҙәниәттең, музыканың һәм аралашыуҙың тәбиғи өлөшөнә әйләндерҙек», — тип билдәләне Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы директоры Гөлназ Йосопова.

«Мин башҡортса һөйләшәм» фестивале 2019 йылдан алып үткәрелә һәм ошо йылдар эсендә башҡорт телен йәштәр, ҡала халҡы араһында популярлаштырыу буйынса иң әһәмиәтле проекттарҙың береһенә әйләнде. 2026 йылда фестивалде 5 меңдән ашыу кеше тамаша ҡылды. Проект йәнә бер тапҡыр башҡорт теленең заманса ҡала мәҙәниәтендә тәбиғи яңғыраш табыуын, кешеләрҙе музыка, ижад һәм уртаҡ ҡиммәттәр аша берләштереүен иҫбатланы. Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

Фото: Наҙгөл Ҡасимова | Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы

https://bash.bashinform.ru/news/culture/2026-06-29/f-l-bash-ort-tele-festivale-tte-4657959

Автор:
Читайте нас