

«Аскинская новь»ҡа — 178 кеше, «Ышаныч»ҡа — 59 һәм «Йәнтөйәк» кә Асҡын районынан — 94, Ҡариҙел районынан — 13, Балтас районынан 9 кеше квитанция күсермәһен ебәргәйне (Мишкә, Борай, Бөрө райондарынан бер витанция ла ебәреүсе булманы!). Бына ошо гәзит уҡыусыларыбыҙ араһында "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто акционеҙар йәмғиәте аҡсаһына алынған ТРИММЕР уйнатылды.
Был ҙур бүләк Асҡын районы Ҡубияҙ ауылы мәктәбендә эшләүсе башланғыс кластар уҡытыусыһы Алина Фуат ҡыҙы Зарипова өлөшөнә төштө. (Бүләк уйнатыу барышын видеояҙманан ҡарай алаһығыҙ). Ул алты айға "Йәнтөйәк" гәзитенә яҙылып, квитанция күсермәһен ебәргәйне.
Беҙ Алина Фуат ҡыҙын шундай ҙур бүләк отоуы менән ҡотлайбыҙ! Уның артабан да «Йәнтөйәк» район-ара гәзите менән дуҫ булып йәшәүен теләйбеҙ!
Барлыҡ гәзит уҡыусыларыбыҙға ла «Йәнтөйәк» баҫмаһы менән бергә ҡалыуҙары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ һәм иң иңзе теләктәр теләйбеҙ!