

Ғаилә ҡороу — мөхәббәт һәм тоғролоҡҡа нигеҙләнгән мөһим һәм үтә яуаплы аҙым. Был көндө йәштәр бер-береһенә вәғәҙә биреп, яҙмыштарын бәйләй, яңы тормош башлай.
Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы Йосопов йәштәрҙе тәүге ғаилә байрамдары менән ҡотлап, үҙ-ара аңлашып йәшәү, мөхәббәт, именлек һәм бәхет теләне.
Яңы ғаилә ҡорған йәштәргә — парлы имен ғүмер һәм мөхәббәт, ә яугирға тиҙерәк тыуған яғына Еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ!
Илһөйәр Махатова.
Сығанаҡ: https://askino.bashkortostan.ru/presscenter/news/828216/