Йәнтөйәк
+17 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
26 Июня , 07:35

Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!

Бөгөн Асҡын 2-се урта мәктәбендә лә тантаналы сара үтте — 9-сы класты тамамлаусы ҡыҙҙар һәм егеттәргә дөйөм белем биреү тураһында төп документ  — аттестаттар тапшырылды.

Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!

Асҡын районы буйынса 9-сы класты барлығы 227 уҡыусы тамамлап, белем усаҡтарында тантаналы шарттарҙа аттестаттар тапшырылды

Бөгөн Асҡын 2-се урта мәктәбендә лә тантаналы сара үтте — 9-сы класты тамамлаусы ҡыҙҙар һәм егеттәргә дөйөм белем биреү тураһында төп документ  — аттестаттар тапшырылды.

Мәктәптең тамаша залында матур итеп кейенгән ҡыҙҙар һәм малайҙар, уларҙың ата-әсәләре һәм яҡындары йыйылды. Мәктәп директоры Илһам Ғәләүетдинов һәм директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Илүзә Ахунова балаларҙы ихлас ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе һәм аттестаттар тапшырҙы.

  • Бөгөн һәр берегеҙ өсөн тулҡынландырғыс та, шатлыҡлы ла көн. Беҙҙең мәктәптә туғыҙ йыл буйы төплө белем туплап, ҡулығыҙға өлгөргәнлек аттестаты алаһығыҙ. Күптәрегеҙ уҡыуын мәктәптә артабан дауам итер, ҡайһы берәүҙәр һөнәри белем алыу маҡсатында колледж һәм техникумдарға юлланыр. Нисек кенә булһа ла, барығыҙға ла ҙур уңыштар, ныҡышмалылыҡ, маҡсатсанлыҡ, һаулыҡ теләйем. Оло тормош юлында юғалып ҡалмай, маҡсаттарығыҙға ирешеп, лайыҡлы кешеләр, белемле белгестәр булырһығыҙ, тип ышанам, — тине Илһам Ғәйнулла улы.

Белем усағын быйыл 73 уҡыусы тамамлай. Шуларҙың етеһе тик “5” билдәләренә генә өлгәшеп, төрлө конкурстарҙа һәм олимпиадаларҙа ҡатнашып, “ҡыҙыл” аттестатҡа лайыҡ булды.  Улар — 9-сы А класынан — Гүзәл Махатова, Радмир Мөхәмәтдинов, 9-сы Б класынан Рәсим Вәлиәхмәтов, Ленара Сәрүәрова, Камилла Яһудина, Азалия Йосопова, Ғаяз Нафиҡов. Уларға яҡшы уҡығандары, мәктәптең йәмәғәт эштәрендә ҡатнашҡандары, спорт ярыштарында, төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа еңеү яулағандары өсөн Рәхмәт хаттары ла тапшырылды.

Сығарылыш класс уҡыусыларына изге теләктәрен класс етәкселәре лә, ата-әсәләр ҙә еткерҙе.

Ҡәҙерле уҡыусылар! Киләсәккә ышаныслы аҙымдар менән инегеҙ! Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, үҙегеҙгә дөрөҫ һәм лайыҡлы юл һайлап, илебеҙ өсөн кәрәкле шәхестәр булып үҫегеҙ. Һеҙҙең өсөн борсолған, терәк булған, еңеүҙәрегеҙгә һәм уңыштарығыҙға ҡыуанған ата-әсәләргә һәм һеҙҙең күңелегеҙгә изгелек орлоҡтары һалған, ныҡлы белем биргән уҡытыусыларға айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.

Илһөйәр Махатова.

Автор фотолары.

Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Аҡ юл һеҙгә, ҡыҙҙар һәм егеттәр!
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас