Йәнтөйәк
+7 °С
Облачно
Антитеррор
Общие статьи
25 Июня , 11:35

Тиҙ тоҙлана торған ҡыяр

Уңған хужабикәләр яңы ҡыяр ашап ҡына түгел, уны тоҙлап та өлгөрҙөләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тиҙ тоҙлана торған ҡыярТиҙ тоҙлана торған ҡыяр
Тиҙ тоҙлана торған ҡыяр

Уңған хужабикәләрҙең теплицаларында ҡыяр күптән өлгөргән дә инде. Улар хәҙер ҡыярҙарын тоҙларға тотондо. Ә беҙ еңелсә һәм тиҙ тоҙлана торған рецепт тәҡдим итәбеҙ.

Тиҙ тоҙлана торған ҡыяр:
* 1 кг йәтеш кенә ҡыярҙар;
* 1 аш ҡалағы тоҙ;
* 3-4 һарымһаҡ;
* укроп.

Укропты, һарымһаҡты ваҡ итеп турарға. Ҡыярҙы йыуып, остарын ҡырҡып ташларға. Полиэтилен пакетҡа теҙеп һалырға, шунда уҡ укроп, һарымһаҡ, тоҙ өҫтәргә. Пакеттың осон тығыҙ итеп бәйләргә. Һыуы аҡмаһын өсөн тағы бер пакетты ҡатларға була.

Ныҡ ҡына һелкетеп алғандан һуң һыуытҡысҡа ҡуйырға. Мәле-мәле менән һелкетеп торорға онотмағыҙ. 6-8 сәғәттән һуң хуш еҫле тоҙло ҡыяр һеҙҙең табынығыҙға йәм бирер.

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас