Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Общие статьи
25 Июнь , 06:08

«Сәләм, был фотола һин түгелме?»: яҡташыбыҙ мутлашыусылар тоҙағына эләккән

Һаҡ булығыҙ: алдауҙары ихтимал!

«Сәләм, был фотола һин түгелме?»: яҡташыбыҙ мутлашыусылар тоҙағына эләккән«Сәләм, был фотола һин түгелме?»: яҡташыбыҙ мутлашыусылар тоҙағына эләккән
«Сәләм, был фотола һин түгелме?»: яҡташыбыҙ мутлашыусылар тоҙағына эләккән
Ксения Калинина
 

Бөрө районы полицияһына 46 йәшлек ир мөрәжәғәт иткән. Ул мессенджерҙа танышының аккаунтынан: «Сәләм, ҡара әле, фотола һин түгелме?» тигән хәбәр алған.

Ҡыҙыҡһыныусан ир хәбәрҙәге һылтанма аша күскән. Был ваҡытта уның смартфонына сит ҡушымта өҫтәлгән.

Күпмелер ваҡыттан һуң ир банк иҫәбенән 25 мең һумдан ашыу аҡсаһының юҡҡа сығыуын күргән. Шулай уҡ енәйәтселәр 70 мең һум күсерергә тырышҡан, ләкин банктың хәүефһеҙлек хеҙмәте был операцияны башҡарырға мөмкинлек бирмәгән.

https://bash.bashinform.ru/news/law/2026-06-19/s-l-m-byl-fotola-in-t-gelme-ya-tashyby-y-aferistar-alda-an-4657294

Автор:
Читайте нас