

Уңған, булдыҡлы гүзәл заттар өсөн быйылғы ямғырлы йәй ҙә ҡамасау түгел. Улар ваҡытын тура килтереп, еләкле урындарҙы асыҡлап, барыбыҙ ҙа яратып ашаған ҡайын еләген йыйып ҡалырға тырыша. Асҡын ауылында йәшәүсе күп балалы әсә Гөлфиә Зыятдинова ла шундай тырыш ҡатын-ҡыҙҙарҙан.
Гөлфиәнең уңғанлығына күҙ теймәһен. Йыл да ҡайын еләге булһынмы, ер еләгеме, — йыйып, ҡышҡылыҡҡа туңдырып та, ҡайнатып та, шәкәр менән иҙеп тә ҡайнатмалар эшләп ҡуя. Ә уның еләктән әҙерләгән ҡаҡтары телеңде йоторлоҡ. Аш-һыуға оҫта хужабикә еләктәрҙе тәмле торттар, ҡамыр ризыҡтары бешергәндә лә ҡуллана.
Бәләкәс улы Ризуанға ике йәш кенә булыуға ҡарамаҫтан, уны оло улы Камил, кесерәктәре Самир, Зәйнәп ҡарамағына ҡалдырып, Гөлфиә һәр аяз көндән файҙаланып, ишле ғаиләһен тәмле ризыҡтар менән һыйлар өсөн ҡышҡылыҡҡа етерлек витамин һәм тәбиғәт биргән байлыҡты йыйып ҡалырға тырыша.
Илһөйәр Махатова.