Йәнтөйәк
+15 °С
Ясно
Антитеррор
Общие статьи
24 Июня , 09:31

"Һалдат зирәк тә, йылғыр ҙа булырға тейеш"

Ул үҙенең санинструктор булып хеҙмәт итеүе, һалдаттарҙың ғүмерҙәрен ҡотҡарыуҙары тураһында һөйләне: “Минең өсөн иң мөһиме – егеттәргә иҫән ҡалырға ярҙам итеү, бәләнән ҡурсалау".

"Һалдат зирәк тә, йылғыр ҙа булырға тейеш""Һалдат зирәк тә, йылғыр ҙа булырға тейеш"
"Һалдат зирәк тә, йылғыр ҙа булырға тейеш"

“Һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, хәстәрлекле, ышаныслы был яҡташыбыҙҙы күптәр яҡшы белә. Ул күптәр өсөн маяҡ, – тип яҙа “Ашҡаҙар таңдары”. – Район үҙәгендәге ойошмаларҙың береһендә етәксе булып эшләгән уҙаманды һәр кем “үҙ кеше” итеп ҡабул итте.  Волейбол, баскетбол, футбол, еңел атлетика ярыштарында әүҙем ҡатнашты. Уңың ихтыяр көсөнә, маҡсатҡа ынтылышына һоҡланмау мөмкин түгел ине”.

 Уҙамандың Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, алғы һыҙыҡҡа ынтылыуына, тормошон ҡырҡа үҙгәртеүенә бер кем дә ғәжәпләнмәгәндер. “Кореш” позывнойын алған яугирҙең йәш сағынан аҙ һүҙле, хеҙмәт һөйөүсән, ныҡышмал  булып үҫеүен яҡташтары белә.

Яңыраҡ ул тыуған яғына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты. Хәрби хеҙмәте хаҡында артыҡ һөйләргә яратмай, ҡыҫҡаса ғына түбәндәгеләрҙе әйтеп үтте:

– Нимә һөйләргә һуң? Эшләйбеҙ, – тине ул .– Ҡайҙа тура килә, шунда йоҡлайбыҙ – блиндаждарҙа, подвалдарҙа. Көнкүреш мәсьәләләрен үҙебеҙ хәл итәбеҙ. Һәйбәт ашаталар. Аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡ артынан үҙебеҙ тылға йөрөйбөҙ.

Ул үҙенең санинструктор булып хеҙмәт итеүе, һалдаттарҙың ғүмерҙәрен ҡотҡарыуҙары тураһында һөйләне. “Минең өсөн иң мөһиме – егеттәргә иҫән ҡалырға ярҙам итеү, бәләнән ҡурсалау. Һуғышта һалдаттың сыҙамлы, физик яҡтан сәләмәт, йылғыр, зирәк булыуы бик мөһим. Тиҙ йүгерә, ауыр әйберҙәрҙе күтәрә, йәһәт төшөнөргә тейешһең”, – тип өҫтәне.

“Кореш” тәүҙә Донецк, аҙаҡ Херсон йүнәлешендә хеҙмәт итә. Ҡатмарлы шарттарҙа ла, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең  төшөнкөлөккә бирелмәүе, батырҙарса һуғышыуы, алға барыуы, еңеүҙең мотлаҡ беҙҙең яҡта буласағы хаҡында өмөтләнеп һөйләне ул. Яугирҙәр үҙҙәрен өйҙә көткәндәрен, ирекмәндәрҙең  даими ярҙам иткәнен яҡшы белә. Уларҙың йөрәгендә  Тыуған илгә  сикһеҙ һөйөү һәм тәрән ышаныс  йәшәй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша Ситуация үҙәгенә, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй.

 

Наталья Талаева фотоһы.

Автор:
Читайте нас