Йәнтөйәк
+14 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
23 Июня , 11:30

Матурлыҡ тыуҙырыусы гүзәл зат

Фитодизайнер Ләйсән Әхмәтйәнованы республикабыҙҙа ла яҡшы беләләр.

Матурлыҡ тыуҙырыусы гүзәл затМатурлыҡ тыуҙырыусы гүзәл зат
Матурлыҡ тыуҙырыусы гүзәл зат

Талантлы кешенең тәүҙә ҡул эштәренә һоҡланаһың, үҙе менән яҡынданыраҡ танышҡас, бай рухи донъяһына хайран ҡалаһың. Сираттағы геройыбыҙ менән дә тап шулай булды. Бөрөлә үткән төрлө байрамдарҙа күҙҙең яуын алып торған яһалма ағастарға, сәскәләргә, вазаларға тамаша ҡылһам, әңгәмәсемдең ғәҙәти булмаған тормошон ҙур ихласлыҡ, күп яҡлы талантын бары мауығыу, тип һөйләүе һоҡланыу уятты.
Ләйсән Әхмәтйәнова – фитодизайнер. Ул төрлө материалдарҙан яһалма ағастар, интерьер өсөн сәскәләрҙән композициялар эшләй, гипстан кашпо, ваза, сувенирҙар яһау менән шөғөлләнә, хатта ябай ғына мүктән юғары сәнғәт өлгөһө – тотош матурлыҡ тыуҙыра белә. Бер һүҙ менән әйткәндә, торлаҡ урындарын, офис майҙанын ябай ҡулдары менән ысын әкиәт донъяһына әүерелдерә.
Ләйсән Фәнис ҡыҙы ғәҙәти булмаған һөнәренә бормалы-бормалы юлдар аша килгән. Мәктәпте тамамлағандан һуң Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһының социаль-психология һәм тарих факультетына уҡырға инә. Ул ваҡытта йәш ҡыҙ ҡайҙалыр ситкә уҡырға барыуҙы уйлай ҙа алмай. Сөнки бәләкәйҙән бронха асмаһы менән ауырыуы, табип күҙәтеүендә дарыуҙар менән генә йәшәүе бындай мөмкинлекте сикләй.
Өс ҡыҙ үҫә Фәнис ағай менән Глүзә апай Нәсибуллиндар ғаиләһендә. Ләйсән дә апайҙары кеүек ҡала Мәҙәниәт йортонда халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнә. Һығылмалы ҡыҙ өлкәндәр төркөмөндә лә, үҙ йәштәгеләре менән дә уңышлы сығыш яһай. Кесе төркөмдә хатта уның айырым миссияһы була: тауышлы итеп ҡысҡырыуҙы тик ул ғына булдыра! Бүлмәлә туҙан, бейегәндә аяҡ тыпырлатыуҙан саң күтәрелгәнлектән, былай ҙа саҡ тын алған ҡыҙға бейеүҙән бөтөнләй китергә тура килә. Бик ауыр кисерә ул яратҡан шөғөлө менән хушлашыуҙы. Шулай ҙа талантлы ҡыҙҙың икенсе һәләтенә юл асыла. Ул мәктәптең “Буратино” үҙешмәкәр театрында шөғөлләнә башлай. Етәкселәре Светлана Павловна бәләкәс ҡыҙҙың ауыр сирен аңлай һәм уны бергәләп еңергә ярҙам итергә тырыша. Үҙҙәре яһаған ҡурсаҡтарға кейемдәр тегеү, балалар баҡсаларында, хатта ауылдарҙа кескәйҙәргә әкиәттәр күрһәтеү бөтә булмышын биләп ала.
10-сы класты тамамлағанда яңы мауығыу таба. Дөрөҫөрәге, мауығыу Ләйсәнде үҙе эҙләп таба. Йәйге каникулда кеҫә телефоны алырлыҡ аҡса эшләү өсөн «Чайка» лагерына һауыт-һаба, иҙән йыуыусы булып эшкә урынлаша. Сөнки талапсан ғаиләлә хеҙмәт, хәләл көс менән тапҡан аҡсаның ҡәҙерен белеү тәрбиәһе һалынған була. Ике йәшкә тиклем тик татар телендә һөйләшкән, Йәрмәкәйҙән Бөрөгә күсенеп, рус мөхитле балалар баҡсаһында үҙ тиңдәре менән иркенләп һөйләшә алмаған саҡтарҙа моңдо серҙәш-юлдаш итеп өйрәнгән ҡыҙ был юлы ла ауыр эшен еңеләйтергә була йырлай-йырлай ҙур ангараны йыуа. Моңло тауышты «Йондоҙло сәғәт» («Звёздный час») төркөмөнөң гитарасыһы, ҡаланың күренекле тауыш режиссеры Александр Романович Насретдинов ишетеп ҡала. Уның тәҡдиме менән иҙән йыуыусы ҡыҙ бер юлы эстрада йондоҙона әүерелә. Шулай итеп, лагерь сәхнәһендә башланған сығышы ҡала сараларында дауам итә. Аҙағыраҡ «Таланттар академияһы» проектының тәүге ҡатнашыусыһы була. «Йондоҙло сәғәт» ҡатын-ҡыҙҙар коллективында эстрада йырҙарын башҡара, онотолмаҫ студент йылдарында ла сағыу тауышы менән тамашасыларҙы һоҡландырыуын дауам итә. Хатта бер ни тиклем «Аврора» мәҙәни-күңел асыу комплексының арт-директоры булып эшләп ала.
Дипломлы белгес хеҙмәт юлын Бөрө реабилитация үҙәгендә мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән педагог-психолог булараҡ башлай. Ә аҙағыраҡ ломбардта эшләй. Ете йыл буйына алһыҙ-ялһыҙ, өҫтәүенә, саф һауа күрмәй хеҙмәт һалыу уның һаулығын ҡаҡшата.
Шул саҡ Ләйсән Фәнис ҡыҙына дизайн өлкәһендәге тәүге тәжрибәһе – «Аврора»ла эшләгән саҡта логотип авторы булыуы – иҫенә төшә. Ағас яратҡан ҡыҙ байрамдарға ла сәскә урынына ағас бүләк итеүҙе һорар була, ә улары оҙаҡ һаҡланмай. Шуға күрә күптәнге хыялын – яһалма ағас эшләү уйын тормошҡа ашырырға ниәтләй. Ә бер аҙҙан «Өйҙөң йәшел декоры» («Зеленый декор дома») ижад оҫтаханаһын булдыра. Зауыҡлы эште еренә еткереү өсөн белем, тәжрибә лә кәрәк. Белемен камиллаштырыу маҡсатында стеналарҙы, түшәмдәрҙе йәшелләндереү, яһалма ағастар эшләү буйынса Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларындағы онлайн-мәктәптәрҙә уҡый. Ағас-сәскәләргә махсус һауыттар ҙа талап ителә. Әҙерҙе һатып алыу артыҡ ҡиммәт. Осһоҙораҡ варианттар эҙләй торғас, уларҙы үҙе яһарға хәл итә. Әйткәндәй, оҫтаның юғары сифатлы гипстан, бетондан һәм яһалма ротангтан эшләнгән кашпо һәм сувенир фигуралары бөгөн Бөрөлә һорау менән ҡабул ителә, бигерәк тә ҡала сюжеты төшөрөлгәндәре үтемле.
Ләйсән Фәнис ҡыҙының яңы башланғысында тормош иптәше Олег Әхмәтйәнов – оло терәк. Ул да ижад кешеһе. Институтта уҡығанда музыкаль төркөмдә барабансы, ә армиянан һуң «Бирь» радиоһында эшләп ала. Хәҙер – «Перец» реклама етештереү хеҙмәткәре. Олег Хәмит улы ҡатынының идеяларын хуплап ҡына ҡалмай, ә фантазияларын тормошҡа ашырыуҙа хәл иткес роль уйнай. Үҙе лә алтын ҡуллы булғанлыҡтан, йыш ҡына бер тандемда эшләйҙәр.
Рәсәйҙең төрлө онлайн-мәктәптәрендә уҡыу бер яҡтан оҫталыҡ дәрестәрен үҙләштерергә ярҙам итһә, икенсенән, фекерҙәш, ижадташ дуҫтар ҙа табыла. Ләйсәндең тап улар менән башҡарған иң ҙур эше – Стәрлетамаҡ ҡалаһында асылған “Термы в Громаде” һауыҡтырыу комплексын биҙәү була. “Ҙур, киң дүрт стенаны биҙәүҙән, киң фантазия мөмкинлегенән шул тиклем кинәнес алдым. Хатта ауырыуҙарым да ҡайҙалыр тороп ҡалғандай булды”, – ти Ләйсән ҡыуанып.
Матурлыҡ, зауыҡлыҡ һәм шул юҫыҡта талантыңды ҡуллана белеү шатлыҡ-кинәнес кенә түгел, ә сәләмәтлек, рухи бөтөнлөк сығанағы булып тороуын оҫта ҡуллы ханым үҙ яҙмышы миҫалында иҫбатлай.

Ғәлиә Ғәниева.

Бөрө ҡалаһы.

Матурлыҡ тыуҙырыусы гүзәл зат
Матурлыҡ тыуҙырыусы гүзәл зат
Матурлыҡ тыуҙырыусы гүзәл зат
Матурлыҡ тыуҙырыусы гүзәл зат
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас