Йәнтөйәк
+14 °С
Ямғыр
Антитеррор
Общие статьи
23 Июнь , 11:25

“Бача" хәрби бурыстарын намыҫлы үтәй

Махсус хәрби операция башланғас, “Бача” үҙенең хәрби тәжрибәһе Ватанға һәм һуғышты фильмдарҙан ғына ҡарап белгән яугирҙарға кәрәклеген аңлай. Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контрактты ул 2023 йылдың майында төҙөй.

“Бача" хәрби бурыстарын намыҫлы үтәй“Бача" хәрби бурыстарын намыҫлы үтәй
“Бача" хәрби бурыстарын намыҫлы үтәй

Водитель булырға ул мәктәптә уҡыған сағында уҡ ҡарар итә. Маҡсатсан егет автомәктәпте тамамлай һәм тиҙҙән армияға саҡырыла. Хәрби хеҙмәт еңелдән булмай — егет, махсус әҙерлек үтеп, ғәскәри разведка күнекмәләренә өйрәнеп, Афғанстанға ебәрелә. “Бача” позывнойын ул унда ала.
Бронялы разведка-дозор машинаһы руле артында ул Афғанстан тау юлдары буйлап тәүге километрҙарҙы үтә. Ғәскәри разведка, колонналарҙы оҙатыу һәм блокпостарҙы һаҡлау, элемтә тәьмин итеү, юлдарҙы патрулләү һәм киҫешкән урында разведка рейдтары үткәреү кеүек бурыстарҙы “Бача” хеҙмәттәштәре менән бергә башҡара. Бер саҡ шартлау ваҡытында ҡаты яралана һәм Афғанстандан сығарыла.
Армия хеҙмәте артта ҡала, ғүмеренең байтаҡ йылдары ҙур йөк машиналары руле артында үтә. Махсус хәрби операция башланғас, “Бача” үҙенең хәрби тәжрибәһе Ватанға һәм һуғышты фильмдарҙан ғына ҡарап белгән яугирҙарға кәрәклеген аңлай. Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контрактты ул 2023 йылдың майында төҙөй. Дошман менән беренсе алышы Бахмут янында була. Шунда алған яраһынан һуң дауаланып, икенсе урынға күсерелә, ә ярты йылдан хәрби КамАЗ руле артына ултыра. Бына ике йыл ярым “Бача” үҙенең тимер атында боеприпастар, яғыулыҡ, ҡорамалдар һәм шәхси составты ташыу менән бәйле бурыстарҙы үтәй.
— Минең төп бурыс — йөктө һәм шәхси составты махсус хәрби операция барған ерҙәге төрлө райондарға илтеү, боеприпастар һәм ҡорал ташыу — хәрби частарға йәки хәрби хәрәкәт зоналарына ҡоралдар, медицина ҡорамалдары һәм аҙыҡ-түлек килтереү, — ти “Бача”. — Бурыстарҙы теүәл үтәргә тырышабыҙ, ҡайһы берҙә маршрут буйынса бер нисә автомобиль сыға, ҡайһы берҙә берәү өсөн генә йөкләмә бирелә.
— Хәрби юлдың тылдағы юл менән айырмаһын әйтеп тораһы ла түгел. Хәрби водитель нимәгә әҙер булырға тейеш?
— Һәр йөк машинаһы водителе теләһә ниндәй шарттарҙа эшләргә әҙер булырға тейеш – был емерелгән юлдар ҙа, юлһыҙлыҡ та, төнгө ташыуҙар ҙа, хәтәр урындарҙа маневрҙар ҙа, әммә иң мөһиме – водитель юлды ғына түгел, күк йөҙөн дә күҙәтергә тейеш. Хәҙерге хәрби хәрәкәттәр шарттарында һәр ваҡыт уяу булырға, дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә әҙер булырға кәрәк. Һәм, әлбиттә, водитель техниканы яҡшы белергә тейеш, сөнки эшкә һәләтлелекте һаҡлау һәм КамАЗ торошон контролдә тотоу, ваҡ ремонт һәм ялан шарттарында ватылған частарҙы алмаштырыу — былар барыһы ла водитель бурыстары. Ә ремонт, аңлауығыҙса, һәр сәфәрҙән һуң талап ителә, сөнки һөжүм ерҙән дә, һауанан да бара.
— Һеҙ — Афған һуғышы ветераны, дүртенсе йыл инде махсус хәрби операция зонаһындаһығыҙ, хәрби хәрәкәттәр нимә менән оҡшаш һәм нимә менән айырыла?
— Унда ла, бында ла хәрби иптәштәребеҙгә ышаныс кәрәклеге менән генә оҡшаш. Хеҙмәттәштәре өсөн яуаплылыҡ тойғоһо, минеңсә, һәр яугирҙың ҡанында. Ә техник яҡтан, хәрби хәрәкәттәр алып барыу йәһәтенән барыһы ла ныҡ айырыла. Хәрби водителдәр, әлбиттә, фронтта бик кәрәк, беҙгә транспорт буйынса ҙур яуаплылыҡ йөкләтелә, быны дрон һуғышы тип әйтергә була. Хәҙерге йәштәр компьютер уйындарында үҫкән, шуға күрә улар пилотһыҙ осоу аппараттары менән еңел идара итә — фронт һәм тыл һыҙыҡтарын өҙлөкһөҙ күҙәтә, дошмандың йәшерен позицияларын, келәттәрен һәм техникаһын асыҡлай, артиллерия расчеттарына аныҡ координаттар тапшыра, дошмандың бронетехникаһын һәм башҡа күп нәмәләрҙе юҡ итә. Шулай уҡ улар оператив рәүештә штурмлау төркөмдәренә һәм айырым подразделениеларға эсер һыу, медикаменттар, аҙыҡ-түлек һәм боеприпастар ташый. Шулай итеп, улар һуғышып ҡына ҡалмай, ғүмерҙәрҙе лә ҡотҡара.
 “Бача” кешеләрҙе ҡотҡарыу тураһында ишетеп кенә белмәй. Йыл ярым элек уның автомобиленә дошман дроны һөжүм итә, һөжүм пассажирҙар яғына тура килә. “Бача”ның хеҙмәттәше урында уҡ һәләк була, ә ул яралана һәм ауыр контузия ала. Аңына килгәс, иптәштәренә координаттарҙы тапшырып өлгөрә. Яугир эвакуация төркөмө килә алмаған урында булғанлыҡтан, уның артынан, үҙе әйткәнсә, “ҡош”то ебәрәләр, ул яралы, контузияланған яугирҙы хәүефһеҙ урынға алып сыға.
Хәрби КамАЗ да ярайһы ғына зыян күргән була, әммә ремонттан һуң яңынан сафҡа баҫа. Хәрби водитель “Бача” бөгөн дә үҙенең тимер атында Ватан мәнфәғәттәрен намыҫ менән яҡлап, хәрби бурыстарын үтәүен дауам итә.
 Әйткәндәй... 
Башҡортостанда Пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүгә саҡырыу дауам итә.  Ниндәй өҫтөнлөктәре бар?
Хеҙмәт хәүефһеҙерәк, сөнки хәрби бәрелеш һыҙығынан алыҫта үтә.
Контракт бер йылдан алып билдәләнгән ваҡытҡа төҙөлә. Ул тамамланғас, хеҙмәттән китергә йәки яңыһын төҙөргә мөмкин.
Контрактта хәрби хеҙмәткәрҙе уның ризалығынан тыш пилотһыҙ осоу аппараттарына идара итеү менән бәйле булмаған башҡа һөнәргә йәки икенсе ғәскәрҙәр төрөнә күсерергә ярамағанлығы яҙыла.
Студенттар, академик отпуск алып, контракт төҙөй ала. Хеҙмәте тамамланғас, кире бюджет нигеҙендә (урындар булған осраҡта) уҡырға ҡайтырға хоҡуҡлы.
Һөҙөмтәлелек өсөн өҫтәмә. Дошмандың техникаһын, ҡорамалдарын уңышлы юҡ иткән кешеләргә 50 000 – 500 000 һум өҫтәмә түләү ҡаралған.
Хәрбиҙәр ҡануниәт менән ҡаралған барлыҡ түләүҙәр, ташламалар һәм социаль гарантиялар менән файҙалана.
Тыуған илгә хеҙмәт итергә теләге булғандар Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөй ала. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн Мишкә һәм Борай райондарының хәрби комиссариаты номеры: 8(34749) 2-40-46.

 Фирҙәүес Ҡадиҡова.

Мишкә районы.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас