

Сарала Башҡортостандың Архангел, Ауырғазы, Балтас, Ғафури, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Учалы, Тәтешле, Салауат райондарынан, шулай уҡ Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләре башҡорттары ҡатнашты.
Йыйындың беренсе көнө Архангел районы Мәҙәниәт йортонда «Таланттар эйәһе – табындар ғаиләһе» конкурсы менән башланды. Сарала ҡатнашыусыларҙы Архангел районы хакимиәте башлығы Айрат Сәйетғәлин сәләмләне.
Артабан сәхнә түренә төрлө райондарҙан килгән башҡорт ғаиләләре күтәрелде. Улар тамашасыларға үҙҙәре тураһында һөйләп, шәжәрәләре менән таныштырҙы. Ата-әсәләрҙең балалары менән әҙерләгән рухлы сығыштары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Бәйге һуңында баһалама комиссияһы ҡарары буйынса иң рухлы, үҙ йолаларына, туған телен һаҡлауҙа һәм пропагандалауҙа, ижади яҡтан тамашасы һөйөүен яуласы Ғафури, Ҡариҙел, Учалы, Архангел, Ҡырмыҫҡалы райондары ғаиләләре иң яҡшылары тип билдәләнде.
Артабан делегаттар икенсе майҙанда Табын иленең йәш сәсәндәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәребеҙ, ағинәйҙәр ҡоро вәкилдәре менән осрашты. «Урал батыр» эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәр араһында ойошторолған был мәртәбәле сарала башҡорт ҡобайырҙарында ир-егеттәр образы темаһы асыҡтан-асыҡ һөйләшер өсөн урынлы һәм ваҡытлыса булды. Делегаттарҙың олоһо ла, кесеһе лә үҙ фекерҙәрен әйтеп, ә сәсәндәребеҙ ҡобайыр башҡарып, уның төп мәғәнәһен халыҡҡа еткерә алды.
Бөгөн яҡты киләсәгебеҙ өсөн көрәшеүсе Архангел районының батыр улдары сығышы илатты ла, уйландырҙы ла. Артабан сарала ҡатнашыусылар хәрби бурыстарын үтәгәндә һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менә иҫкә алдылар.
Фестиваль икенсе көндө бөтә ҡатнашыусыларҙы оло майҙанға — Һабантуй яланына йыйҙы. Театрлаштырылған асыу тантанаһы райондарҙан килгән командаларҙы барлап сығып, Табын ырыуы тарихына байҡау яһаны. Артабан «Табын-фест» йыйынында ҡатнашыусылар «Бәйге» башҡорт күп бәйгеһе, волейбол, шашка, шахмат, йәйәнән уҡ атыу, гер күтәреү, мас-рестлинг спорт ярыштарына таралашты. Ә майҙандың төп сәхнәһендә йәштәр үҙҙәрен «Табын батыры» һәм «Табын һылыуы» бәйгеләрендә һынаны.
Көн барышында майҙан шаулап торҙо. Сарала ҡатнашыусылар өсөн әҙерләнгән һәм райондар үҙҙәре алып килеп ҡорған тирмәләр, халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Тирмәләрҙәге милли аш-һыуҙар, шәжәрәләр күргәҙмәһе, райондың ҡаҙаныштары ла табындарҙың ни тиклем егәрле, тырыш һәм берҙәм булыуын күрһәтте. Йәштәр көстәрен һынаған саҡта район Мәҙәниәт йортонда Табын ырыуы вәкилдәренең VI съезы (йыйын) үҙ эшен дауам итте. Ултырыш башҡорт халҡының гимны «Урал» менән башланды. Делегаттарҙы онлайн форматта Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова сәләмләне.
— Табындар берләшмәһе республикабыҙҙа ғына түгел, күрше өлкәләге милләттәштәребеҙ өсөн дә иң әүҙем эш алып барған ойошмаларҙың береһе. Бөгөн милли йәмәғәт хәрәкәттәре алдында илебеҙҙә халыҡтар дуҫлығын һаҡлау буйынса системалы эш алып барыу менән бергә дөйөм гражданлыҡ берҙәмлеген нығытыу бурысы тора. Маҡсатыбыҙ уртаҡ: башҡорт халҡының үҫешен һәм именлеген хәстәрләү, милләт-ара татыулыҡты һаҡлау, — тип билдәләне Эльвира Ринат ҡыҙы.
Артабан делегаттар алдында «Табын ырыуы берләшмәһе» төбәк-ара йәмәғәт берекмәһе советы рәйесе Фәнил Ҡоҙаҡаев сығыш яһаны. Ул ойошманың биш йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһап, совет ағзаларына урында ҙур эштәр алып барғандары өсөн оло рәхмәтен еткерҙе, ҡатнашыусылар алдында яңы бурыстар ҡуйҙы.
Сығыш яһаусы ҡор баштары ауылдарҙа шәжәрә байрамдары, Ватанды һаҡлауҙы пропагандалауға арналған саралар, башҡорт мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында тәрбиә эштәре, милли матбуғатҡа яҙылыу буйынса урында әүҙем эш алып барыу кәрәклеген һәм башҡа көнүҙәк һорауҙар күтәрҙе.
— Туған телгә һөйөү, тәү сиратта, ғаиләлә тәрбиәләнә һәм балалар өйҙә, ата-әсәләрҙән башҡортса һөйләшергә өйрәнергә тейеш. Ҡулдан килгәнде иң тәүҙә үҙебеҙ эшләйек (был һәммә ғәмәлдәргә ҡағыла), тәртип тупһанан башлана, — тип мөрәжәғәт итте йыйылыусыларға Ғафури районынан килгән иң өлкән делегат Ғәлинур Ҡалмырҙин.
Съезд үҙенең фекер алышыуға ҡоролоуы, урынлы тәҡдимдәр, ҡор баштарының бөгөн көнүҙәк булған мәсьәләләр күтәреүе менән айырылып торҙо.
Йыйында делегаттар бер тауыштан Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаевты «Табын ырыуы берләшмәһе» советы рәйесе итеп ҡабаттан һайланы, шулай уҡ уның урынбаҫарҙары, совет ағзалары бидәләнде. Киләсәктә яңы һайланған рухлы команда алдында халҡыбыҙға, республикабыҙға ҡағылған оло эштәр көтөлә. Бергәләшеп, берҙәм булып эшләргә ҡала.
Съездың йомғаҡлау сараһында «Табын ырыуының арҙаҡлы шәхесе» исеменә журналист, тарих фәндәре кандидаты Салауат Хәмиҙуллин, Архангел районы табындарының ҡор башы Таһир Рәхмәтуллин һәм Ғафури районынан Ғәлинур Ҡалмырҙин бүләкләнде.
Район Мәҙәниәт йортонда съезд барған саҡта «Табын-фест» йыйыны һабантуй ялананында үҙ эшен дауам итте. Табындың батырҙары һәм һылыуҙары сәхнәлә бер-бер артлы сығыштары менән тамашасы һөйөүен яулаһа, ә бына спорт ярыштарында ҡатнашыусы йәштәр ҙә көс-ғәйрәттәре менән һоҡландырҙы.
Шулай итеп, волейбол ярышында Архангел, Ғафури һәм Ҡырмыҫҡалы командалары призлы урындар яулаһа, шахмат һәм шашка турнирында Архангел, Балтас, Ғафури спортсыларын еңеүсе булманы. Йәйәнән уҡ атыу бәйгеһендә Учалы, Ғафури һәм Архангел командалары иң күп мәрәйҙәр йыйып, еңеүсе тип табылды.
«Табын батыры - 2026» исеменә Ҡырмыҫҡалы районынан Алмаз Самиков, ә «Табын һылыуы-2026» титулына Ғафури районынан Наҙгөл Зәйнетдинова лайыҡ булды.
Табын ырыуы вәкилдәренең VI съезы (йыйын) һәм «Табын-фест - 2026» төбәк-ара йәштәр фестивале бөтә ҡатнашыусыларға ла күтәренке кәйеф, рух һәм көс-дәрт өҫтәне. Киләсәктә лә йәштәрҙе берләштереү, төбәк-ара хеҙмәттәшлеккә булышлыҡ итеү һәм быуындар араһында күсәгилешлекте тьәмин итеү кеүек бурыстар йыйында үҙ-ара эш итеү форматында тормошҡа ашырылыуына ышанып ҡалабыҙ. Маҡсатыбыҙ бер – халҡыбыҙға хеҙмәт итеү!
Марат Бүләков.