Йәнтөйәк
+18 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
21 Июня , 14:40

Балтастар «Табын-фест – 2026» фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны

19–20 июндә Архангел районында мөһим мәҙәни-ижтимағи ваҡиға — Табын ырыуы вәкилдәренең VI съезы һәм VIII «Табын-фест – 2026» төбәк-ара йәштәр фестивале үтте. Сара Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналды.

Балтастар «Табын-фест – 2026» фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаныБалтастар «Табын-фест – 2026» фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны
Балтастар «Табын-фест – 2026» фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны

 

Фестивалде һәм съезды «Табын ырыуҙары берләшмәһе» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Архангел районы хакимиәте ярҙамында ойошторҙо. Сараға республиканың төрлө райондарынан, шулай уҡ Ырымбур, Силәбе һәм Һамар өлкәләренән делегациялар йыйылды. Улар араһында Балтас районы вәкилдәре лә әүҙем ҡатнашты.

Табын ырыуы съездарының тарихы 30 йылдан ашыу ваҡытты үҙ эсенә ала. Улар 1993 йылдан башлап һәр биш йыл һайын үткәрелә. Бындай форумдар башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, йолаларын һәм тарихи мираҫын һаҡлауға йүнәлтелгән мөһим майҙан булып тора. Быйылғы съезда ойошманың эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды, яңы етәкселек һайланды һәм милләт үҫешенә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.

Йәштәр фестивале программаһы ла бай йөкмәткеле булды. Ҡатнашыусылар йәш сәсәндәр кисәһендә, «Урал батыр» эпосына арналған фольклор лабораторияһында, билдәле ҡобайыр башҡарыусылар һәм фольклор белгестәре менән осрашыуҙарҙа ҡатнашты. Шулай уҡ милли көрәш, волейбол, шахмат, шашка, уҡ атыу, гер күтәреү һәм мас-рестлинг буйынса ярыштар ойошторолдо. «Табын батыры – 2026» һәм «Табын һылыуы – 2026» бәйгеләре, шәжәрәләр һәм халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе лә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Балтас районы вәкилдәре спорт ярыштарында айырыуса уңышлы сығыш яһаны. Гер күтәреү буйынса ярышта Розана Әхмәтғәлиева 16 килограмлыҡ герҙе 160 тапҡыр күтәреп, үҙ категорияһында еңеүсе булды. Ирина Козлова көмөш миҙал яуланы.

Ир-егеттәр араһында Урал Ғилмияров та юғары һөҙөмтә күрһәтте. Ул герҙе 177 тапҡыр күтәреп, икенсе урынға сыҡты. Мас-рестлинг буйынса ярыштарҙа ла көмөш призер исемен алды.

Интеллектуаль спорт төрҙәрендә лә балтастар һынатманы. Ридаль Ғәскәров шахмат буйынса икенсе урын яуланы, ә шашка буйынса еңеүсе булды. Команда иҫәбендә Балтас районы вәкилдәре шахмат буйынса өсөнсө урынға күтәрелде, шашка буйынса иһә беренселекте алды.

Волейбол буйынса район командаһы ла лайыҡлы һөҙөмтә күрһәтте. Көслө дәғүәселәр менән көсөргәнешле бәйгелә балтастар дүртенсе урын яулап, үҙҙәренең берҙәмлеген һәм оҫталыҡтарын иҫбатланы.

Балтас районы делегацияһының әүҙемлеге һәм һөҙөмтәле ҡатнашыуы ойоштороусылар тарафынан юғары баһаланды. «Табын ырыуҙары берләшмәһе» йәмәғәт ойошмаһы район хакимиәте башлығы Илгиз Субушевҡа һәм делегация ағзаларына сараны ойоштороуға индергән өлөштәре өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.

«Табын-фест – 2026» йәнә бер тапҡыр халыҡтың үҙ тамырҙарын һаҡлауы, ата-бабалар мираҫына тоғро ҡалыуы һәм ошо ҡиммәттәрҙе йәш быуынға еткереүе милләт киләсәгенең ныҡлы нигеҙе булыуын күрһәтте. Бындай саралар быуындар бәйләнешен нығыта, тарихи хәтерҙе һаҡлай һәм халыҡты уртаҡ маҡсаттар тирәләй берләштерә.

Сараның әһәмиәтен «Танып» ырыуының ҡор башлығы Гөлназ Ғәлләмова юғары баһаланы.

— Бындай сараларҙың әһәмиәте бик ҙур. Улар төрлө төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәрҙе берләштерә, йәштәрҙә үҙ халҡының тарихына, мәҙәниәтенә һәм йолаларына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята. Бөгөн беҙҙең төп бурыс — ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған мираҫты һаҡлап ҡалыу һәм уны киләһе быуындарға еткереү. «Табын-фест» кеүек фестивалдәр йәштәргә аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу һәм үҙ тамырҙарын тәрәнерәк өйрәнеү мөмкинлеге бирә. Шуға күрә бындай осрашыуҙар киләсәктә лә дауам итергә тейеш, — тине ул.

Фирғәт Нәбиуллин.

Балтас районы.

Автор фотолары.

Балтастар «Табын-фест – 2026» фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны
Балтастар «Табын-фест – 2026» фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны
Балтастар «Табын-фест – 2026» фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны
Балтастар «Табын-фест – 2026» фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны
Балтастар «Табын-фест – 2026» фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны
Балтастар «Табын-фест – 2026» фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны
Балтастар «Табын-фест – 2026» фестивалендә лайыҡлы сығыш яһаны
Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас