

Күптән көтөлгән осрашыуҙарҙан тыш, был байрам биләмә эсендә бәйләнештәрҙе нығытыуҙа төп роль уйнай. Ул яҡташтар берҙәмлегенә булышлыҡ итә, ғаилә бәйләнештәрен һаҡлай һәм үҫтерә, илһөйәрлек тәрбиәләй.
Байрамдың тантаналы өлөшө йылы ҡотлау һүҙҙәре менән башлана. Хөрмәтле ҡунаҡтар: район Советы секретары Рима Нәбиуллина һәм Петропавловка ауыл биләмәһе башлығы Альбирт Ҡәҙимов, район Советы депутаты Эдуард Тимерғәлин һәм ауылдың имам-хатибы йыйылыусыларҙы сәләмләй. Улар ихлас теләктәрен еткереп, урындағы халыҡтың ауыл үҫешенә индергән өлөшөн билдәләй.
Байрам сиктәрендә үҙҙәренең хеҙмәте һәм әүҙем тормош позицияһы менән ауыл тормошон йәнләндереүгә ҙур өлөш индергәндәрҙе, иң әүҙемдәрҙе һәм ғаилә юбилярҙарын тәбрикләйҙәр.
"Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында һәр кем күңеленә ятҡан күңел асыу төрөн таба ала. Халыҡ уйындары һәм спорт ярыштарында ҡатнашыусылар күп була.
Милли көрәш батыры ла үҙ бүләген — тәкәне елкәһенә һала.
Байрамдың мәҙәни программаһы ла бай һәм сағыу була. Сәхнәлә урындағы ижади коллективтар һәм ҡунаҡтар сығыш яһап, тамашасыларҙы дәртле йырҙары менән ҡыуандыра.
«Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" борондан һаҡланып килгән йолаларҙың, күңел йылыһының һәм ныҡлы бәйләнештәрҙең сағылышы була. Был байрам халыҡҡа көндәлек мәшәҡәттәрҙән ял итеп, туғанлыҡ ептәрен иҫкә төшөрөргә һәм кесе Ватаны өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисерергә мөмкинлек бирә. Бындай саралар мәҙәни мираҫты һаҡлау һәм берләшмә эсендә берҙәмлекте нығытыу өсөн бик кәрәк.