Йәнтөйәк
+19 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
20 Июня , 13:00

Яҡташыбыҙ Украинаның дрондары менән идара итеү пунктын юҡ итте

Күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн ул дәүләт наградаһына тәҡдим ителә.

Яҡташыбыҙ Украинаның дрондары менән идара итеү пунктын юҡ иттеЯҡташыбыҙ Украинаның дрондары менән идара итеү пунктын юҡ итте
Яҡташыбыҙ Украинаның дрондары менән идара итеү пунктын юҡ итте

Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкының Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин исемендәге батальонының тоҫҡаусы операторы сержант Сергей Жуков хәрби бурысын үтәгәндә һөнәри оҫталығын күрһәтә. Яугирҙең ҡаһарманлығы тураһында “Башҡорт батальоны” хәбәр итә.

Сержант Жуковтың расчеты Украина хәрби көстәре позицияларын юҡ итергә бойороҡ ала. Дошмандың БПЛА-ны әүҙем ҡулланыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең хәрбиҙәр тәғәйенләнгән урынға йәйәү барып етә һәм боевиктарҙан алыҫ түгел уңайлы позицияла тора. Һалҡын ҡанлылыҡ һәм юғары профессиональ оҫталыҡ күрһәтеп, төркөм реактив ҡоролманы йәйелдерә. 17 километр алыҫлыҡтан теүәл бәрелеү менән сержант Жуковтың расчеты дошмандың дрондар менән идара итеү пунктын юҡ итә. Был Рәсәй штурмлау бүлексәләренә хәрби бурысты юғалтыуҙарһыҙ үтәү мөмкинлеген бирә. Күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге өсөн Сергей Жуков дәүләт наградаһына тәҡдим ителә.

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:
Читайте нас