Йәнтөйәк
+19 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
20 Июня , 16:25

Үршиҙеләр ауылдың 290 йыллығын билдәләне

Үршиҙелә  шаулап-гөрләп уҙған "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!" байрамы ауылдың 290 йыллығына арналды.  

Үршиҙеләр ауылдың 290 йыллығын билдәләнеҮршиҙеләр ауылдың 290 йыллығын билдәләне
Үршиҙеләр ауылдың 290 йыллығын билдәләне

Байрам йәмле Сарс буйында урынлашҡан матур аҡланда уҙҙы. Ауылдаштарҙы һәм туғандарҙы, синыфташтарҙы һәм дуҫтарҙы күрергә тип, тирә-яҡтарҙан да ҡунаҡтар ҡайтты.

Байрамдың абруйлы ҡунаҡтары араһында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Ирғәлин,  "Асҡын районы. Замандаштарыбыҙ" китабы авторы Ғаяз Минһажев һәм башҡалар бар  ине.

Үршиҙе ауылының «Гөлнәзирә» фольклор коллективы ҡунаҡтарҙы икмәк- тоҙ менән ҡаршы алды.

Ҡунаҡтар байрамға йыйылыусыларҙы ихлас ҡотлап,  сараны ойоштороусыларға һәм үткәреүселәргә  Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Урындағы ижади коллективтар һәм үҙешмәкәр артистар  әҙерләгән концерт программаһы байрамдың сағыу биҙәге булды. Үҙҙәренең ижади номерҙарын тамашасыларға шулай уҡ ауылдан сыҡҡан кешеләр һәм байрам ҡунаҡтары бүләк итте, улар араһында беҙҙең талантлы яҡташыбыҙ Винарис Абдуллин да бар ине. Дәртле йырҙар һәм көйҙәр бер кемде лә битараф ҡалдырманы: тамашасылар артистарға ҡушылып рәхәтләнеп йырланы һәм бейене.

Спорт программаһы ла  бай һәм ҡыҙыҡлы ине. Теләге булғандар традицион халыҡ уйындарында һәм күңел асыуҙарҙа ҡатнашты: арҡан тартыуҙа, тоҡ кейеп  йүгереүҙә, төрлө эстафеталарҙа һәм конкурстарҙа ярышты, волейбол уйнаны.

Бөтә ҡатнашыусылар өсөн байрам өҫтәле ойошторғайнылар. Ҡунаҡтарҙы былау һәм һалдат бутҡаһы, ә һуңынан тәмлекәстәр,   хуш еҫле сәй менән һыйланылар. Дөйөм тырышлыҡ һәм бағыусылар ярҙамында байрамды үткәреүгә 50 мең һум аҡса йыйыла. Бынан тыш, шәхси эшҡыуар Лилиә Ҡыямова 10 мең һумлыҡ аҙыҡ-түлекте бушлай биргән.

Ауылдаштарҙың күптән көтөлгән осрашыуы күңелле уҙҙы.

Байрам барыһына ла  онотолмаҫ тәьҫораттар, аралашыу шатлығы һәм яҡшы кәйеф бүләк итте.

Алия Ғилуанова.

Автор фотолары.

Автор:Nailya.I@rbsmi.ru
Читайте нас