Йәнтөйәк
+19 °С
Дождь
Антитеррор
Общие статьи
20 Июня , 16:55

1 сентябрҙән мәктәптәрҙә ғәрәп телен өйрәтә башлайҙар

1 сентябрҙән Рәсәй мәктәптәрендә ғәрәп теле уҡытыла башлай. Был турала Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә сәфәре ваҡытында Рәсәй мәғариф министры Сергей Кравцов әйткән.    

1 сентябрҙән мәктәптәрҙә ғәрәп телен өйрәтә башлайҙар1 сентябрҙән мәктәптәрҙә ғәрәп телен өйрәтә башлайҙар
1 сентябрҙән мәктәптәрҙә ғәрәп телен өйрәтә башлайҙар

Программа эшләнгән, тик уның ҡайһы төбәктәрҙә ниндәй мәктәптәргә индереләсәге, мотлаҡ йә ирекле өйрәнеү предметы буласаҡмы икәне әлегә билдәле түгел.

Ғәрәп теле – иң киң таралған телдәрҙең береһе. Донъяла 400 миллион самаһы кеше ғәрәп телендә һөйләшә.  Яҡын Көнсығышта, Төньяҡ Африкала күп илдәрҙә ғәрәп теле өҫтөнлөк итә.  Был тел халыҡ-ара бәйләнештәрҙә, иҡтисадта, дипломатияла, мәҙәни алмашыуҙа мөһим урын биләй.

Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә ғәрәп илдәре менән хеҙмәттәшлек көсәйә, шуға ғәрәп теленә ҡыҙыҡһыныу ҙа арта.

Рәсәй менән БҒӘ араһында уртаҡ мәғариф проекттары эшләп килә. Рәсәй уҡыусылары алмаш уҡытыу программаларында, олимпиадаларҙа ҡатнаша. Шулай уҡ Әмирлек уҡыусыларын беҙҙекеләр физика буйынса халыҡ-ара ярыштарға әҙерләшә.

Мәктәп программаһына ғәрәп телен индереү уҡыусыларға һайлау мөмкинлеген киңәйтә. Ғәрәп телен белеү киләсәген халыҡ-ара мөнәсәбәттәр, тәржемәселек эше, логистика, туризм, халыҡ-ара компанияларҙа эш, халыҡ-ара бизнес, иҡтисад, мәғариф, фән менән бәйләүселәргә кәрәк була. Бынан тыш, сит телдәрҙе өйрәнеү башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтен өйрәнергә, коммуникатив күнекмәләрҙе яҡшыртырға, донъяға ҡарашты киңәйтергә мөмкинлек бирә.

 

Фото: freepik.

Автор:
Читайте нас