

Йәштәрҙең тормошонда был яуаплылыҡ, батырлыҡ һәм сыҙамлыҡ талап иткән юлдың башы.
Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева буласаҡ һалдаттарға өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Ул егеттәргә лайыҡлы хеҙмәт үтергә, армия традицияларын һаҡларға, файҙалы тормош тәжрибәһе тупларға һәм гражданлыҡ бурысын намыҫ менән үтәүҙәрен теләне.
Хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙы оҙатып килгән ата-әсәләре һәм туғандары уларға ныҡлы һаулыҡ, ышаныслы иптәштәр һәм имен хеҙмәт теләне.
Беҙ ҙә егеттәргә иҫән-һау хеҙмәт итеп, физик һәм рухи яҡтан нығынып ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!
Хәйерле юл, егеттәр!